Әминә Зиннур ҡыҙы Мәмбәт ауылында Фәүзиә һәм Зиннур Әхмәтовтарҙың алты балалы ишле ғаиләһендә иң кесе бала булып донъяға килә. Тыуған ауылында 8-се класты тамамлағандан һуң, Сибай педагогия училищеһының башланғыс кластар факультетына уҡырға инә. Ҡулына диплом алған йәш белгесте йүнәлтмә буйынса Әҙел ауылына эшкә ебәрәләр. Ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия институтының башланғыс кластар факультетын тамамлай. Алты йыл эшләгәндән һуң, тыуған ауылына ҡайтып, балаларға белем биреүен дауам итә. Ошо осорҙа тормош иптәшен Ырымбур өлкәһе Сосновка ауылы егете Рамаҙан Ғөтдөс улын осратып, 1993 йылда йәштәр ғаилә ҡоралар. Ырымбурөлкәһенә килен булып төшкәс тә һөнәренә тоғро ҡала Әминә Зиннур ҡыҙы.9 йыллыҡ ауыл мәктәбендә уҡытыусылар етмәү сәбәпле, өҫтәмә курстар үтеп, тарих дәресен дә уҡытырға бирәләр уға. 14 йыл Ырымбур өлкәһендә йәшәгән - дән һуң, 2007 йылда ғаиләһе менән Сиҙәм ауылына күсәләр.
Тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең 5-се һанында уҡығыҙ