Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Хәйбулла районының дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре «Нур» йәштәр һәм үҫмерҙәр үҙәге менән берлектә ҡатын-ҡыҙ водителдәрҙе 8 Март байрамы менән ҡотланы.
Хеҙмәткәрҙәре был байрам менән ҡотлау өсөн гүзәл заттар йөрөткән автомобилдәрҙе туҡтатып, документтар тикшереү урынына гүзәл заттарға сәскәләр һәм иҫкәртмәләр тапшырҙы, бәхет, һаулыҡ һәм хәүефһеҙ юл теләне. Тәбрикләүҙәрҙән тыш, инспекторҙар ҡатын-ҡыҙҙарға юл-транспорт дисциплинаһын үтәргә кәрәклеген дә иҫкә төшөрҙө. Үҙ сиратында ханымдар Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренә яҡшы кәйеф, йылы теләктәр өсөн рәхмәт белдерҙе. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә вәғәҙә итте.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге идаралығы испекторҙары ҡулынан сәскә алыусылар ифрат шатланып, байрам кәйефтәре бермә-бер күтәрелде, Һәр береһе инспекторҙарға ихлас итеп рәхмәт әйтте.