Яңылыҡтар
6 Март , 04:40

Райондаштар ифтарға йыйылды

Изге Рамаҙан айында районда ифтар мәжлестәре үткәреү матур йолаға әүерелде. Быйыл ул Аҡъяр ауылының 3-сө мәктәбендә үтте.

Райондаштар ифтарға йыйылдыРайондаштар ифтарға йыйылды
Райондаштар ифтарға йыйылды

Изге Рамаҙан айында районда ифтар мәжлестәре үткәреү матур йолаға әүерелде. Быйыл ул Аҡъяр ауылының 3-сө мәктәбендә үтте. Бары тик изге ризыҡтарҙан әҙерләнгән һый-ниғмәтле өҫтәл артында ауылдаштарҙың күпләп йыйылыуы ҡыуаныслы булды. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың, уларҙың туғандары ифтар ашына килеүҙәре һөйөндөрҙө. Ауыҙ асҡандан һуң, бында килеүселәр ахшам намаҙына басты. Муса хәҙрәт йөкмәткеле вәғәз уҡыны, Ураҙаның тән һәм йән өсөн файҙаһы тураһында ла һөйләне. Унан Ҡөръән уҡылды, бөтә мәрхүмдәр рухына доға ҡылынды.
 Киләсәктә лә шулай изге байрамдарҙа, тыныслыҡ-именлектә генә осрашырға яҙһын, тигән теләктә, табын ойоштороусыларға рәхмәттәр әйтеп таралышты ифтар мәжлесенә килгәндәр.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас