

Халҡы миллиондан ашыу тәшкил иткән, шаулап торған баш ҡала тормошонда юғалып ҡалмай, татыу ғаилә ҡороп, лайыҡлы балалар тәрбиәләп, күңел зауығына тап килгән тәғәйен юлыңды табыуы еңелме? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән Өфө ҡалаһында шәхси мәктәбен асҡан, коуч-психолог, йәмәғәт эшмәкәре, яҡташыбыҙ Әлмирә Ҡолдәүләтова-Юлдыбаеваға мөрәжәғәт иттек.
–Әлмирә Рәдиф ҡыҙы, ижади мәктәп ойоштороу идеяһы нисек барлыҡҡа килде?
–Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, ниндәй генә үрҙәргә үрләһәк тә, әлбиттә, төп ҡаҙанышыбыҙ – ул балаларыбыҙ. Ғаиләбеҙҙә ике ҡыҙ тәрбиәләйбеҙ. Ҡыҙҙар үҫә төшкәс, төрлө түңәрәктәргә алып барыу, алып ҡайтыу мәсьәләһе килеп тыуҙы. Хәҙерге заманда ата-әсәләр бик тығыҙ эш режимында йәшәйҙәр. Уларға барыһына ла өлгөрөргә – ғаиләне, үҙеңде ҡарар өсөн финанс яҡтан ныҡ булырға, балаңа иғтибар бүлергә, өйгә эштәрен тикшерергә, төрлө түңәрәктәргә йөрөтөргә, шулай уҡ бергәләп ял да итергә ваҡыт табырға кәрәк. Ошо тығыҙ көндәлек мәшәҡәттәр менән тулы тормош ҡуласаһында ҡайһы саҡ, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән балаларҙы үҙ донъяһында яңғыҙ ҡалдырабыҙ. Шул саҡта ошондай ижади мәктәп булдырыу кәрәклеген аңланым. Сөнки балаларҙың һәләттәрен үҫтереп, эске кисерештәрендә юғалып ҡалмаған, үҙҙәренә аралашыу мөхите таба алған, ижади үҫешкән шәхестәрҙе асыу бөгөнгө замандың ата-әсәләре өсөн мөһим мәсьәләрҙең береһенә әүрелде. Тормош иптәшем Рушан Фуат улы менән ыңғай һәм кире яҡтарын барлап, балаларға уңайлы булған «IQ лидер» ижади мәктәбен асырға хәл иттек.
–Шәхси белем усағын асыу еңел булмағандыр...
–Башта бер ни тиклем ҡыйынлыҡтар булды. Әммә был ижади йүнәлеште һайлауыма, мәктәптең асылыуында,уңышлы эшләп китеүемә хәләл ефетем – Рушанға рәхмәтлемен. Бөтә яҡтан да күтәрмәләп торған, кәңәштәре менән юл асҡан пар ҡанатым ул. Шул рәүешле яңы йүнәлеш менән, яҡты уйҙар менән эшем башланды. Шәхси мәктәптә асылған һәр түңәрәк – ул беҙҙең асыш. Үҙемдең мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән тәжрибәмә таянып, балаларҙың төрлө яҡлап һәләттәрен асыуға йүнәлтәбеҙ. Төрлө саҡырыуҙарҙы ҡабул итеп райондарға ла йөрөйбөҙ, Пушкин картаһы менән дә түләүҙәрҙе ҡабул итәбеҙ. Психологтар үҙ йүнәлеше буйынса эшләй. Үҙем коуч-психолог булып сығыш яһайым. Артистарҙы, билдәле шәхестәрҙе программаға индереп барабыҙ. Аралашыу сараларында баланы асыу, үҫтереү, киләсәккә яҡты маҡсат ҡуйыу һөҙөмтәләренә уңышлы өлгәшеп, күп ғаиләләрҙән хуплау һүҙҙәрен ишетәбеҙ. Өндәшмәй генә ултырған балаларҙың асылып китеүен күреү – минең өсөн оло ҡыуаныс.
–Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте эшендә лә ҡатнашырға өлгөрәһегеҙ. Был ойошманың төп маҡсаттары нимәлә?
–Ойошма ҡатын‑ҡыҙҙың йәмғиәттәге статусын күтәреү, ғаиләне нығытыу, башҡорт телен һәм мәҙәниәтен, халыҡ йолаларын һәм кәсептәрен һаҡлау маҡсатында булдырылған. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» бөтә Рәсәй конкурсын даими ойоштора. Яҡташтарым – хәйбуллалар унда йыл да ҡатнашып, ҡаҙаныштары менән матур номинациялар яулайҙар.
–Баш ҡалабыҙҙа йәшәгән хәйбуллалар осрашып торамы?
–Өфөлә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән, Хәйбулла районында тыуып үҫкән билдәле шәхестәр байтаҡ. Һуңғы йылдарҙа айырыуса йәштәр баш ҡалаға йәшәргә килә, уларҙың төрлө өлкәләрҙә юғары уңыштар яулауын күреп ҡыуанаһың. Форсат тейгәндә осрашыуҙар ойошторорға тырышабыҙ. Былтыр Замир Абдуллин, Айнур Ғүмәров, Айгөл Кираманова, Илдар Ғәбитов, Вилдан Иҫәнгилдин менән берлектә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында Хәйбулла йәштәрен саҡырып, спорт ярыштары үткәрҙек. Әлбиттә, яҡташтарҙы йыйырға, уңыштарын башҡаларға күрһәтергә, бер-береһе менән таныштырыу мөмкинлектәрен киңерәк уйларға кәрәк. Киләсәккә пландар етерлек – килешеп эшләгәндә барыһы ла килеп сығасаҡ.
–Ғаиләгеҙгә генә хас булған традициялар бармы?
–Иң үҙенсәлекле традициябыҙ – ул ғаиләлә асыҡтан-асыҡ аралашыуға ваҡыт табыу тип иҫәпләйем. Уйҙарыбыҙҙы, теләктәребеҙҙе, хыялдарыбыҙҙы ҡағыҙға яҙабыҙ. Ниндәй генә саҡта ла һөйләшергә кәрәк. Шатлыҡтарың, уңыштарың һәм уңышһыҙлыҡтарың менән дә уртаҡлашыу мөһим. «Мин булдыра алам! Барыһы ла яҡшы буласаҡ!» – тиеп балаларҙа үҙ-үҙҙәренә ышаныс тойғоһо тәрбиәләү зарур. Ҡыҙҙарым үҙҙәренең тырышлыҡтары менән ҡыуандыра. Сәлимә күберәк ижади бәйгеләрҙә урындар яулай. 2025 йылда «Мостай Кәрим беҙҙең менән» ижади конкурсында 2-се урын алды. Нураниә иһә матурлыҡ өлкәһендә, моделдәр түңәрәгенә йөрөй. Көньяҡ Кореяла уҙғарылған «Azia Model Festival» мода күргәҙмәһендә уңышлы сығыш яһаны.
Тағы ла ғаиләбеҙгә бер үҙенсәлекле традиция индерҙек – тыуған көндәрҙә мәсеткә барыу. Тыуған көндәр беҙҙең ғинуар айында башлана. 5 ғинуар – Нуранияныҡы, 12 – Рушандыҡы, 15 ғинуар – Сәлимәнеке. Дүртәүләп мәсеткә барабыҙ. Мәсеттә үҙеңде нисек тоторға, доғалар тыңларға һәм изге теләктәр менән хәйер бирергә өйрәнеп бөттөләр инде.
–Ғаилә бәхете нимәлә?
–2026 йылды Башҡортостанда Ҙур татыу ғаилә йылы, ә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт ғаиләһе йылы тип иғлан итеүе бик яҡшы күренеш. Ни тиһәң дә бөтә нәмә тап ғаиләнән башлана. Ата-әсәләр балалар өсөн һәр яҡлап өлгө булып тора. Мөхәббәт нигеҙе – татыу ғаилә, ғаилә бәхете –балалар. Балаларҙы дөрөҫ тәрбиәләп, шәхес итеп үҫтереү үҙебеҙҙең ҡулда. Ғаиләлә атай тәрбиәһе үҙ урынында, әсәй тәрбиәһе үҙ урынында булһын тигән ҡараштабыҙ.
–Ихлас әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Зимфира Ҡасҡынова яҙып алды.

