Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Март , 12:18

Башҡортостанда ҡасан ҡар ирер һәм йылы яҙ башланыр?

Быйыл яҙ ысынлап та иртә булырмы?

Башҡортостанға яҙғы йылы ҡасан килә һәм ҡасан ҡар ирей? Төбәктең гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл март айы сюрприздар килтермәйәсәк. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уртаса айлыҡ һауа температураһының нормаға ярашлы, йәғни -5,1 градус тирәһе булыуы көтөлә. Айлыҡ яуым-төшөм нормаға ярашлы – 20-40 миллиметр.

Фобос үҙәгендә иртә яҙға фараз биреләФедераль синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, март айында көслө һыуыҡтар булмаясаҡ. Айҙың тәүге яртыһында минималь һауа температураһы көндөҙ — - 7 градус, төндә -13 градус тәшкил итәсәк. Көндәрҙең күбеһе йылы буласаҡ, термометр бағанаһы 0 градус тирәһендә торасаҡ.

Марттың икенсе яртыһы аномаль йылы булыуы көтөлә. Һауа температураһы +7, +11 градусҡа тиклем күтәреләсәк. Был ваҡытҡа ҡарҙың әүҙем иреүе ихтимал. Апрелдең тәүге яртыһы ла бик йылы була.

Автор: Альфия Мингалиева

 

https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2026-03-03/bash-ortostanda-asan-ar-irer-m-yyly-ya-bashlanyr-4599296

Автор:
Читайте нас