Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Март , 11:18

Гөлназ Асаеваның командаһы аварияға осраған

Ике бейеүсеһе ауыр хәлдә, үҙе - дауаханала.    

Гөлназ Асаеваның ижад төркөмө юл-транспорт һәләкәтенә осраған. Был хаҡта йырсының әсәһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Лилиә Биктимерова хәбәр иткән.

"Беҙ Бәләбәйҙә. Гөлназдар музыканттары һәм бейеүселәре менән ауыр аварияға эләкте. Ике бейеүсеһе ныҡ йәрәхәтләнде, Гөлназды хәҙер ҡараясаҡтар. Стәрлеләр, ғәфү итегеҙ, концерт булмаясаҡ", - тигән.

Иң мөһиме: ижади төркөмдөң барыһы ла иҫән! Тиҙҙән йүнәлеп аяҡтарына баҫҡас, концерттары дауам ителәсәк.

Әйткәндәй, йырсының ире Вилдан Шәмсетдинов та хәбәр ҡалдырған. "Дуҫтар, барыһы ла иҫән, Аллаға шөкөр! Эмоциональ яҡтан әлегә ауыр. Эш буйынса борсолмағыҙ. 4 март Өфөлә концерт була, ҡалғандары - һорау аҫтында",  - тип яҙған.

Сығанаҡ: Лилиә Биктимерова сәхифәһенән.

Автор:
Читайте нас