Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Март , 11:09

Ауыл йәмле уңғандары менән

«Уртаҡ фекер һәм ниәт менән йәшәгәндә генә тормош алға бара», – ти Ғәрифйән һәм Гөлнара Иҫәнгилдиндар

Ауыл йәмле уңғандары менән
Ауыл йәмле уңғандары менән

Йәшлегеңдә һайлаған һөнәр буйынса намыҫлы эшләп, хеҙмәтеңдән йәм табыу, матур ғаилә ҡороп, тормош юлыңда терәк-таяныс булырҙай балалар үҫтереү, намыҫыңа тап төшөрмәй йәшәү өсөн күпме тырышлыҡ, сабырлыҡ, рух ныҡлығы, оҙайлы йылдар дауамындағы фиҙаҡәр хеҙмәт талап ителә кешенән. Матур ғаиләләр — районыбыҙ күрке. Сиҙәм ауылында йәшәгән Гөлнара һәм Ғәрифйән Иҫәнгилдиндар ғаиләһе лә үҙ-ара татыу булыуҙары менән айырылып тора. Ауыл ерендә бынамын тигән донъя көтөп йәшәй уңған пар.

1989 йылда ике йәш йөрәк бер-береһенә ғашиҡ булып, ғаилә ҡора. Гөлнара Сиҙәм ауылында Сабир һәм Миңнур Басантаевтарҙың күп балалы ғаиләһендә алтынсы – иң кесе бала булып донъяға килә. 10- сы класты тамамлағандан һуң, Сибай медицина училищеһына уҡырға инә. Ҡулына яңы диплом алған йәш ҡыҙ Иҫәнгилде ауылына фельдшер булып эшкә урынлаша. Тап шул осорҙа үҙенең тормош юлдашын, Иҫәнгилде ауылы егетен Ғәрифйән Ғәлимйән улын осрата. Ғәрифйән
Иҫәнгилдин был ваҡытта водитель булып эшләгән.
–Шул ваҡытта ауылда ауырлы ҡатындар күп ине. Буласаҡ тормош иптәшем Ғәрифйән водитель булып эшләгәс, ул йөклө ҡатындарҙы Аҡъяр, Сиҙәм дауаханаларына алып барырға ярҙам итә торғайны. Шулай итеп танышып, аралаша башланыҡ, –
ти Гөлнара Сабир ҡыҙы. Ике йыл осрашып йөрөгәндән һуң, йәштәр ғаилә ҡоралар. 1992 йылда тормоштарын биҙәп, берҙән-бер ҡыҙҙары Лиана донъяға килә. 1994 йылда Иҫәнгилдиндар Сиҙәм ауылына күсәләр. Башта Гөлнара Сабир ҡыҙының ата-әсәһе йортонда йәшәйҙәр, һуңғараҡ шул урында ҙур, күркәм йорт һалалар. Ғәрифйән Ғәлимйән улы ла күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. 8-се класты тамамлағас, «Хәйбулла» совхозында төрлө эштәрҙә эшләй. Баймаҡ ҡалаһында училищела водитель һөнәрен үҙләштерә. Әрме хеҙмәтенә саҡырылып, 2 йыл Ҡаҙағстандың Аҡтүбә өлкәһендә хәрби бурысын үтәй. Тыуған яҡтарына ҡайтҡас, совхозда эшләүен дауам итә. Сәсеүҙә, ураҡ эштәрендә ҡатнаша, ә бераҙҙан 1987 йылда техник ярҙам машинаһына водитель булып урынлаша.

Автор: Ильнара Аптикова
Читайте нас