Яңылыҡтар
2 Марта , 10:32

Ауыҙ асыумы, әллә ифтармы?

Хәҙер йәштәр сәхәрҙе – сухур, мәһәрҙе – махр тип әйтеп ҡуя... 

Өфө ҡалаһында йәшәгән тел белгесе, ғалимә Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы Бүләкованың ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ. 

“Элек беҙҙең өләсәйҙәр ураҙа тотҡан саҡта ауыҙ асырға йөрөй торғайны. Хәҙер барыһы ла ифтарға күсте лә киттесе. Хатта сәхәрҙе лә “сухур” тигәндәр бар. Әлбиттә, Ҡөрьән-Кәрим ғәрәп телендә булғас, ғәрәп һүҙҙәренең күпләп ҡулланылыуы – тәбиғи хәл. Шулай ҙа был тәңгәлдә ҡайһы бер үҙебеҙҙең һүҙҙәрҙе лә ҡалдырырға кәрәктер инде ул, эйе бит, ағай-эне, йәмәғәт? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?” – тип яҙҙы Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы.

Ысынлап та, һуңғы ваҡытта йәштәр араһында дини төшөнсәләрҙе ғәрәпсәгә тартым итеп һөйләргә тырышыусылар күбәйҙе. Борон-борондан билдәле “мәһәр” һүҙен дә (Ислам ҡанундарына ярашлы никахлашҡанда кейәү кәләшенә бирә торған мал, аҡса) “махр” тип һөйләп аптыраталар. "Сәхәр" һүҙен "сухур", "сухр" тиеүселәр ҙә бар. Һеҙ был күренешкә нисек ҡарайһығыҙ, йәмәғәт? Һеҙҙең яҡтарҙа ауыҙ асалармы әллә ифтар үткәрәләрме? 

Автор:
Читайте нас