Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Март , 12:17

Рөхсәт биреү тәртибе һәм һынауҙарҙы үткәреү урындары билдәләнгән

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән оператив штаб ҡарамағындағы төркөм тарафынан төбәк биләмәһендә пилотһыҙ һауа судноларының осоуына рөхсәт биреү тәртибе, шулай уҡ пилотһыҙ осоу аппараттарына ҡаршы тороу буйынса комплекстарҙы һәм һынауҙарҙы үткәреү урындары асыҡланған.

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, түбәндәге биләмәләр күрһәтелгән:

  • 54.99696, 55.7503 — радиус — 5 км (Кушнаренко районы, “Первушин” аэродромы).
  • 54.67113, 55.58729 — радиус — 5 км (Шишмә районы, “Патриот” паркы).
  • 52.68735, 58.70278 — радиус — 5 км (Сибай, “Сибай” аэропорты).
  • 53.52226, 55.77795 — радиус — 5 км (Стәрлетамаҡ, “Стерлетамаҡ” аэропорты).

Әйткәндәй, быйыл Башҡортостанда пилотһыҙ авиация системалары өсөн “Урал аръяғы” полигонын булдырыу планлаштырылған. Осоп төшөү һәм дронопорттары булған полигон “Пилотһыҙ авиация системалары” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы барлыҡҡа киләсәк. Инфраструктура, осоп төшөү майҙансыҡтары һәм дронопорттар ҡаралған проект Өфөнән Сибайға тиклемге 35 мең квадрат метр биләмәлә урынлашасаҡ. Был хаҡта республика Хөкүмәте кәңәшмәһендә хәбәр иттеләр.

“Пилотһыҙ берләшкән технологиялар” акционерҙар коммерцияға ҡарамаған йәмғиәте директоры Марс Әминевтең һүҙҙәренә ҡарағанда, быйыл профилле төбәк фәнни-етештереү үҙәген йыһазландырыу планлаштырылған. Мәғариф үҙәге буласаҡ. Унда яңы белем биреү программаларын эшләйәсәктәр, кадрҙар әҙерләйәсәктәр, ярыштар үткәрәсәктәр, шулай уҡ махсус хәрби операция ветерандарын гражданлыҡ һөнәрҙәренә ҡайтанан уҡытасаҡтар.

Фото: социаль селтәрҙән.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор: Айһылыу Низамова
Автор:
Читайте нас