Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Февраль , 14:14

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә

-

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә
Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә

1 марттан Рәсәйҙә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты үҙгәрә – айҙың 10-сы көнөнән 15-енә күсерелә. Мәҫәлән, февраль өсөн 15 марттан да һуңға ҡалмайынса түләргә кәрәк.

Төҙәтмәләр индерелгәнсе торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн һәр айҙың 10-сы көнөнә тиклем түләү мотлаҡ ине. Ләкин Торлаҡ кодексы һәм «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһы тураһында» закон статьяларына индерелгән үҙгәрештәр «запас» биш көн бирә.

Үҙгәрештәр коммуналь хеҙмәттәрҙе түләү графигын илдә эш хаҡы алған көнгә тура килтереү өсөн кәрәк булды. Закон буйынса түләүҙәр айына ике тапҡыр күсерелергә тейеш.

Шәхси иҫәп приборҙары күрһәткестәрен элеккесә һәр айҙың 25-нән дә һуңға ҡалмайынса тапшырыу талап ителә. 

https://www.bashinform.ru/news/economy/2026-02-27/v-bashkirii-sdvigayutsya-sroki-oplaty-kommunalnyh-uslug-4594865

Автор: Ләйсән Закирова
Фото: Ксения Калинина / «Башинформ» агентлығы архивы
Автор:
Читайте нас