Ауыл халҡы Йәнтеш мәҙәниәт йортонда ойошторолған “Изгелек” ирекмәндәр клубына берләшеп, 150-нән ашыу маскировка селтәре үреп, меңләгән окоп шәме әҙерләп, дрондан ҡурсалаусы юрғандар тегеп һәм ҡормалар үреп оҙатты. Ғинуар айында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн 30 дана йоҡо тоғо теккәндәр. Ауыл мәҙәниәт йортонда нисә барһаң да эш ҡайнай. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғына түгел, ир-егеттәрҙең бында әүҙем йөрөүе маҡтауға лайыҡ.
–Ауыл халҡы берҙәм булып яугирҙарға ярҙам ҡулы һуҙа. Кәрәккәндә бергәләп аҡса ла йыябыҙ. Береһе лә юҡ тимәй, әүҙем аҡса күсерә. Уның араһында яугирҙарға кәрәк-яраҡтар йыябыҙ. Адреслы ярҙам да ебәрәбеҙ. Миндектәр бәйләп, мунса таштары ла оҙаттыҡ. “Тыуған тыл. Хәйбулла” ирекмәндәр төркөмө менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ, улар беҙҙе тауарҙар менән тәьмин итә. Етмәгәнен халыҡтан аҡса йыйып, үҙебеҙ һатып алабыҙ. Миҫал өсөн йоҡо тоҡтарын халыҡтан йыйған аҡсаға тектек. Беҙҙә ир-егеттәр әүҙем, изге эшебеҙҙә ҡатын-ҡыҙҙарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтә. Фәйзулла Исҡужин, Нурислам Моталов, Айҙар Иштанов, Салауат Исҡужин, Филүс Билалов, Вәлиәхмәт Исҡужин, Сәйҙә Исҡужина, Мөнирә Таһирова, Зилә Сынбулатова, Гөлнур Моталова, Зилиә Исҡужина, Ләйсән Бикбованы билдәләп үтер инем. Оҫталыҡ дәрестәренә йөрөйбөҙ. “Изгелек” клубына Моталовтар, Исҡужиндар, Иштановтар кеүек ғаилә парҙарының йөрөүе эшебеҙҙең бәҫен күтәрә. Ваҡыт табып килеп, ярҙам иткәндәре өсөн барыһына ла рәхмәтлемен, – ти Йәнтеш мәҙәниәт йорто һәм “Изгелек” ирекмәндәр клубы етәксеһе Лена Ултраҡова.
Беҙ Йәнтешкә барғанда ла клубта эш ҡайнай, бергәләп дрондан ҡурсалаусы юрғандар тегәләр ине. Мәҙәниәт йортона ингәс тә үк теген машинкаларының тауышы ишетелеп тора. Уларҙа оҫта ҡуллы тегенселәр Зилиә Исҡужина һәм Мөнирә Таһирова юрғандар тегә.
Йәнтеш ауылы ирекмәндәренең ихлас теләктәре тормошҡа ашып, еңеүҙе тиҙерәк ҡаршы алырға яҙһын!