Яңылыҡтар
24 Февраль , 06:36

Хеҙмәт иткән йылдар онотолмай

«Армияла алған тәжрибә һәм белем тормошта кәрәк була, ткүпме генә ваҡыт үтһә лә, хәрби хеҙмәт йылдары онотолмай, хәтерҙә оҙаҡ һаҡлана», –ти Гәрәй Ишкилдин.

Хеҙмәт иткән йылдар онотолмайХеҙмәт иткән йылдар онотолмай
Хеҙмәт иткән йылдар онотолмай

Һәр көслө зат бала сағынан уҡ армия хаҡында уйлана башлай. Әрменән ҡайтҡан ағайҙарының хәрби кейемен кейеп, атаһынан ағастан мылтыҡ яһатып алып, ғорур баҫып йөрөгән малайҙар һалдат булыу хыялын бәләкәйҙән күңелендә үҫтерә.
Гәрәй Ишкилдиндың да ундай хыялы була. Әлеге ваҡытта Аҡъяр ауылында йәшәүсе, сығышы менән Аҡнаҙар ауылы егете Гәрәй Ишкилдин 1965 йылда Вәлимә һәм Ғөбәйт Ишкилдиндарҙың күп балалы ғаиләһендә етенсе – иң кесе бала булып донъяға килә. Аҡнаҙарҙа башланғыс кластарҙы тамамлағас, Ғәлиәхмәт ауылының интернат мәктәбендә белем  алыуын дауам итә. Урта мәктәпте тамамлағас, Йылайыр совхоз-техникумына уҡырға инә. 3-сө курсты тамамлағандан һуң үҙе теләк белдереп, ил алдындағы бурысын үтәргә Совет армияһы сафына баҫа.

–Техникумда бергә уҡыған егеттәр араһында әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡандары ла бар ине. Шулар араһында өсәүһе танк ғәскәрҙәрендә хәрби бурысын үтәгәндәр. Улар йыш ҡына үҙҙәренең әрмелә булған саҡтарын һөйләй инеләр. «Танкист булһаң һәйбәт», – тип һәр саҡ мине ҡыҙыҡһындырып торҙолар. Шул ваҡытта үҙем техника менән артыҡ ҡыҙыҡһынмай ҙа инем, шулай ҙа курсташтарым мине бик ныҡ илһамландырҙылар, хатта уҡыуымды ла тамамламай, әрмегә барырға теләгемде белдерҙем, – ти Гәрәй Ғөбәйт улы.

Мәҡәләне тулыраҡ гәзиттең 7-се һанында уҡығыҙ

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас