Яңылыҡтар
24 Февраль , 06:42

Балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләй

Сәсенә сал төшә башлаһа ла, һалдаттарса туп-тура кәүҙәле, һәр саҡ йылмайып торған Фәтих Нураев Аҡъяр ауылынан

Балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләйБалаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләй
Балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләй

Фәтих Искәндәр улы Мәмбәт ауылында ете балалы ғаиләлә донъяға килгән. Тыуған ауылының урта мәктәбен тамамлаған егет артабан белемен Аҡъяр һөнәрселек училищеһында дауам итә. Ҡулына водитель танытмаһы алғас та әрме сафына
алына. Владимир өлкәһендә танк ғәскәрҙәрендә механик-водителгә уҡығандан һуң, уны шунда ҡалдыралар. Часта ул яңы саҡырылған егеттәргә танктың бар нескәлектәрен өйрәтә. 1993 йылда Тыуған илебеҙ алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң, Күмертау педагогия училищеһының физкультура бүлегенә уҡырға инә. Диплом алған йәш белгес Таштуғай ауылы мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. 14 йыл эшләгәндән һуң, 2012 йылда Аҡъяр ауылына күсә һәм балаларға белем биреүен дауам итә. Уны 1-се Аҡъяр мәктәбенә Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре дәресенән уҡытыусы итеп тәғәйенләйҙәр. Шул уҡ ваҡытта «Бөркөт», «Юнармия» хәрби-патриотик клубтарын етәкләй. Уның төп бурыстарының береһе – уҡыусы балаларға патриотик тәрбиә биреү.

–Мәктәпте тамамлаусылар араһында Ватан алдында хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән егеттәр – беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Йәш быуынды уларҙың батырлығы миҫалында тәрбиәләү патриотик тәрбиә биреү эшенең бер йүнәлеше булып тора. Шуға күрә мәктәп уҡыусылары менән төрлө форматтағы осрашыуҙар,әңгәмәләр үткәрәбеҙ. Бөгөнгө көндә беҙҙең алда торған мөһим бурыстарҙың береһе – тыуған ерен, халҡын, Ватанын һөйөүсе, шуларҙы яҡларға әҙер булған шәхес тәрбиәләү, – тине Фәтих Искәндәр улы.

Мәҡәләне тулыһынса гәзитебеҙҙең 7-се һанында уҡығыҙ

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас