Яңылыҡтар
24 Февраль , 06:46

Алмас хәрби бурысын лайыҡлы үтәй

Әлеге ваҡытта Аҡъяр ауылы егете Алмас Баймөхәмәтов ил алдындағы изге бурысын үтәй

Алмас хәрби бурысын лайыҡлы үтәйАлмас хәрби бурысын лайыҡлы үтәй
Алмас хәрби бурысын лайыҡлы үтәй

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан илебеҙ һағында торған ир-егеттәргә ҡарата иғтибар, ихтирам бигерәк тә арта. Сөнки замана үҙгәрә торор, ә армия йәмғиәтебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө булып, һауалағы зәңгәрлекте, еребеҙҙәге тыныслыҡты һаҡлаусылар, тыуған тупрағы өсөн ҡорбан булғандар хаҡындағы иҫтәлек мәңге йөрәктәребеҙҙә уйылып ҡалыр. Беҙҙең армия һәр ваҡыт үҙенең яугирҙары менән дан тота. Быуаттар, йылдар үтә, хәрбиҙәрҙең формаһы, ҡоралдары камиллаша, әммә бер нәмә үҙгәрешһеҙ ҡала – ҡыйыулыҡ, батырлыҡ һәм Тыуған илгә оло һөйөү. Һәммәбеҙҙең ғаиләһендә Ватанды һаҡлаусы ошондай үҙ геройҙарыбыҙ – атайҙар, ағайҙар, ҡартатайҙар бар.

Егет кеше өсөн илде һаҡлау элек-электән изге бурыс һаналған. Ул ун һигеҙ йәше тулыу менән мотлаҡ Ватаныбыҙ һағына баҫырға тейеш. Хеҙмәт итеү осоронда егеттәр етди һынауҙар аша үтеп, тормош тәжрибәһе туплап, физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да нығынып ҡайта. Әлеге ваҡытта Аҡъяр ауылы егете Алмас Баймөхәмәтов ил алдындағы изге бурысын үтәй.
Алмас Вәлит ауылында Гүзәл һәм Илмир Баймөхәмәтовтар ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. 3-сө класҡа тиклем тыуған ауылында белем алғандан һуң, ғаиләһе менән район үҙәгенә күсә, артабан ул 1-се Аҡъяр мәктәбендә уҡый.
9-сы класты тамамлағас, Аҡъяр тау колледжына уҡырға инеп, электрик һөнәрен үҙләштерә. Бер үк ваҡытта «Башҡорт баҡыры» предприятиеһында ла эшләй. Ватанды һаҡлау хисе һәр егеттә бала саҡтан башлап һалыналыр, егеттәрҙе Тыуған иленең
ысын патриоттары, һаҡлаусыһы, яҡлаусыһы итеп үҫтереүҙә, һис шикһеҙ, ата-әсәнең дә роле бик ҙур. Алмас ғаиләлә – баш бала. Атаһына оҡшап аҡыллы, әсәһенә оҡшап ныҡышмал, ҡустыларына өлгө булырҙай эш һөйөүсән егет бәләкәйҙән тырыш булып буй еткерә. 2025 йылдың ноябрь айында хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Әлеге ваҡытта Алмас Свердловск өлкәһендә мотоуҡсылар полкында элемтәсе булып хеҙмәт итә.

Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 7-се һанында уҡығыҙ

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас