Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Февраль , 21:26

Яугирҙар мәңге хәтерҙә

Махсус хәрби операцияла ҡатнашып һәләк булған батыр яугир -Иштанов Булат Юныс улы иҫтәлегенә "Герой партаһы" асылды.

Йәнтеш ауылы мәктәбендә Ватаныбыҙ алдындағы хәрби бурысын үтәп һәләк булған  Иштанов Булат Юныс улы иҫтәлегенә “Герой партаһы” асылды. Бала саҡтан Йәнтеш ауылында уйнап- йүгереп, һаҡмар һыуында ҡойоноп үҫкән, ғаилә ҡороп йәшәгән, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан батыр яугирға  хәтер кисәһе ойошторолдо. Хәтер кисәһендә ауылдаштары, дуҫтары, бергә уҡыған иптәштәре,туғандары һәм ялға ҡайтҡан “Башҡорт” позывнойлы яугир ҡатнашты.  Мәктәп уҡытыусылары Булат Иштановтың бала сағынан алған ҡаҙаныштарын - маҡтау ҡағыҙҙарын партаға һалып, уңыштарын яҙғандар. Юғалтыуҙар тураһында һөйләүе, ҡабул итеүе ауыр. Улар беҙҙең хәтерҙә. Тыуған илен яҡлап һәләк булған һалдаттарыбыҙ алдында баш эйәбеҙ. Яугирҙарыбыҙ даны- мәңгелек.

Зимфира Ҡасҡынова

Яугирҙар мәңге хәтерҙә
Яугирҙар мәңге хәтерҙә
Яугирҙар мәңге хәтерҙә
Яугирҙар мәңге хәтерҙә
Автор: Зимфира Каскинова
Читайте нас