Атайҙар бәҫе, уларҙың абруйы тураһында һуңғы ваҡытта йыш телгә алабыҙ. Ғаилә, бала тәрбиәләү хаҡында күберәк ҡатын-ҡыҙ һөйләй. Ә ир – егеттәр ошо хаҡта ниҙәр уйлай икән?
Аҡъяр ауылының Йәштәр йортонда «Ғаилә тәрбиәһендә атайҙар абруйы” исемле форум үткәрелде.
Унда районыбыҙҙың данлыҡлы атайҙары йыйылды.Ҡатнашыусылар араһында: Игебаев Илшат -Хәйбулла районы башҡорттарының йәштәр ҡоролтайы рәйесе, Ҡоҙашев Йәмил- күп балалы ғаилә башлығы, Баймырҙин Шәһит - Хәйбулла районының йәш атайҙар ҡоро ағзаһы, Бикбов Фаиль - Хәйбулла районының атайҙар ҡоро рәйесе ярҙамсыһы һәм атайҙар ҡатнашты.
Ниндәй ул бөгөнгө көндә Атайҙарҙың абруйы ниндәй кимәлдә? Хәҙерге заман атайҙарын нимә борсой? Ни өсөн ғаиләләр тарҡала? Ғаилә тәрбиәһендә ҡартатайҙар роле тураһында борсоған һорауҙарға саҡырылган ҡунаҡтар тәжрибә күҙлегенән үҙҙәренең кәңәштәре менән бүлеште. Хәҙерге заманда башҡорт ғаиләһендә, ғөмүмән, атай абруйы юғала бара. Етмәһә күп кенә ир- егеттәр вахта ысулы менән эшләгәс балалар атай кешене һирәк күрә. Тәрбиә күберәк ҡатын-ҡыҙ елкәһенә ята. Шул яҡтан: Ололар һүҙе ˗ аҡылдың үҙе, тигәндәй олатай, ҡартатай тәрбиә эшендә өлөш индерегә тейештәрме? Тағы ла заман балаларын нисек дингә ылыҡтырыу, башҡорт халҡының йолалары, теле, ғөрөф-ғәҙәттәре өйрәтеү мәсьәләре тураһында бик йәнле әңгәмә барҙы.
Ҡайһы бер атайҙар балалар менән үҙҙәрен нисек тоторға, ниндәй мәлдә тәрбиә башларға кәрәк икәнен белмәйҙәр. Ә тәрбиәләүгә бала тыуғандан алып тотоноу мөһим.
Ғөмүмән әйткәндә аралышыу, бик әүҙем барҙы. Ҡатнашыусылар араһынды, йәш атайҙар, күп балалы атайҙар һәм атай дәрәжәһен ҡартатай, олатай дәрәжәһенә алыштырған ҡунаҡтар булды. Һәр бер атайға һүҙ бирелде, һәр береһенең фекере ишетелде, кәңәштәр әйтелде. " Атайҙар аҙналығы " үткәрергә тәҡдим ителде.