

Бөгөн төндә Туймазы районында үлемесле авария теркәлде.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, төнгө сәғәт өстә М5 “Урал” автомобиль юлының 1349-сы километрында 25 йәшлек ҡыҙ “Лада Гранта” автомобиле руле артында ниндәйҙер сәбәп менән ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыға һәм “Вольво” йөк машинаһы менән бәрелешә. Фотоларҙан күренеүенсә, “Гранта”нан тимер өйөмө генә ҡалған.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә йәш водитель урында уҡ көслө бәрелештән вафат булды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһында. Әле хәлде тикшереү бара.
Ҡышҡы юлда һаҡ булығыҙ. Тиҙлекте арттырмағыҙ, хәүефһеҙлек ҡайышын эләктерегеҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ.
Фото: ГАИ.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2026-02-17/voditel-y-a-25-ken-y-sh-bul-an-4581538