Яңылыҡтар
16 Февраль , 11:20

Башҡортостандың AY YOLA төркөмө Европа буйлап турға сыға

Беренсе концерт ҡыштың һуңғы көнөндә була.

Башҡортостандың AY YOLA төркөмө Европа буйлап турға сығаБашҡортостандың AY YOLA төркөмө Европа буйлап турға сыға
Башҡортостандың AY YOLA төркөмө Европа буйлап турға сыға

Быуаттар буйына телдән-телгә күсеп килгән «Урал батыр» эпосы тәүге тапҡыр Европа сәхнәләрендә яңғырай. AY YOLA төркөмө Европа буйлап турнеға юллана.

«Беҙ ысын тауыш алып киләбеҙ: ҡурай, думбыра, ҡумыҙ. Шулай уҡ Башҡортостан ерендә тыуған тарих менән таныштырабыҙ», — тип белдерҙеләр төркөмдә. 

Беренсе сығыш Сербияның баш ҡалаһы Белградта 28 февралдә була. Һуңынан AY YOLA Болгарияға, Венгрияға һәм Германияға юллана.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-02-14/bashkirskiy-kollektiv-ay-yola-ob-yavil-o-pervom-evropeyskom-ture-4578122

Автор: Наталья Овчарук
Фото: AY YOLA / ТГ-канал
Автор:
Читайте нас