

Ғаилә ныҡлығын, берҙәмлеген һаҡлап, ярты быуат бергә йәшәгән парҙарҙы һәр ваҡыт ихтирам иткәндәр. Аҡъярҙа йәшәүсе Хәйбулла Мөхәмәтйән улы һәм Фәймә Шәрифулла ҡыҙы Баймөхәмәтовтар райондың абруйлы ғаиләләренең береһе. Ҡауышыуҙарына ярты быуат ваҡыт үтһә лә оло ихтирамға лайыҡ был пар бер-береһенә булған хистәрен һыуытмайса, тормош мәшәҡәттәре араһында юғалып ҡалмай, бөгөн дә барыһын да һоҡландырып матур ғүмер кисерә.
Ғаилә ни тиклем ныҡ булһа, унан килгән йылылыҡ та шул тиклем көслө була. «Ныҡлы ғаилә – ил терәге», – тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Хәйбулла Мөхәмәтйән улы Әҙел ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Аҡъяр ауылына күскәс, 1-се класҡа уҡырға бара. 10-сы класты тамамлап, бер аҙ колхозда эшләгәс, әрме сафына алына. Украинала 2 йыл хәрби бурысын үтәй. Әрменән һуң, Баймаҡ ауыл хужалығы училищеһында ике йыл уҡығас йәш егет почтала шофер булып хеҙмәт юлын башлай.
Өс йыл уңышлы эшләгәндән һуң, 292-се ПМК ойошмаһына күсә. Шул йылдарҙа райондың һәр ауылында төҙөлөш ныҡ үҫешә. Водитель эше еңелдән түгел, һәр көн иртәнге 7-лә эш ваҡыты башлана һәм кискә тиклем һуҙыла. Гөрләп торған ПМК ойошмаһында 25 йыл эшләгән алдынғы хеҙмәткәрҙең күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте баһаланып, ул бихисап Маҡтау грамоталарына лайыҡ була. Ойошма ябылыу сәбәпле «Сельхозхимия» ойошмаһында 8 йыл, иң аҙаҡ коммуналь хужалығында эшләп хаҡлы ялға сыға. Ҡайҙа ғына эшләһә лә үҙенә ышанып тапшырылған техниканы яратыуы, уға һаҡлыҡ менән ҡарауы, тейешле талаптарҙы ҡәтғи үтәүе уға эштә юғары күрһәткестәргә өлгәшеү мөмкинлеген бирә. Ул эштәге уңыштары өсөн ғаиләһенә, иң тәүҙә тормош иптәшенә Фәймә Шәрифйән ҡыҙына рәхмәтле. Бына 50 йыл инде улар бер-береһен яратып, ауырлыҡтарҙы ла, ҡыуаныстарҙы ла уртаҡлашып донъя йөгөн тарталар.
Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре"нең 8-се һанында