Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Февраль , 11:29

Фидель яулаған миҙалдарҙың иҫәп-хисабы юҡ

Өфө ҡалаһындағы Башҡортостандың йәш саңғысылары йыйылма командаһы составында  шөғөлләнеүсе , 1-се Аҡъяр урта мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы Фидель Баймырҙин менән таныштырабыҙ.

Саңғы – ҡышҡы спорт төрҙәре араһында популяр һанала. Һуңғы йылдарҙа был спорт төрөнә иғтибар артты. Бар ерҙә Рәсәй, Башҡортостан саңғысылары үҙҙәренең таһыллығы менән айырылып тора. Бына шундай  егеттәребеҙҙең береһе, Өфө ҡалаһындағы  Башҡортостандың йәш саңғысылары йыйылма командаһы составында  шөғөлләнеүсе , 1-се Аҡъяр урта мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы Фидель Баймырҙин менән таныштырабыҙ.

“Саңғы спорты физик әҙерлекле булыуҙы  талап итә. Профессиональ  саңғысы булырға теләгән кеше һәр ваҡыт саңғы йөрөү күнекмәләре менән  шөғөлләнергә тейеш ,тип беҙгә өйрәтәләр. Шуға күрә йәйге осорҙа ла күнекмәләр эшләүҙе ташламайбыҙ. Красноусольск  шифаханаһында  бар уңайлыҡтары булдырылған саңғы -роллер трассаһында, шулай уҡ Стәрлебаш районында, Межгорье ҡалаһында ла  шөғөлләнәбеҙ ”-ти йәш  саңғысы Фидель.Республика йәш саңғысылар йыйылма командаһының баш тренеры  Хәниф Ғәлишин  уларға саңғы спорты серҙәрен аса. Йәш саңғысылар профессиональ рәүештә саңғы шыуырға өйрәнеп, ярыштарҙа ҡатнашып сынығып, спорт буйынса разряд һәм дәрәжә ала алалар.  Фидель Баймырҙин 2025 йылда февраль айында Октябрьский ҡалаһында үткән Башҡортостан саңғысылары ярышында үҙ тиҫтерҙәре араһында классик стиль буйынса йөрөүҙә еңеүсе була. Ә быйыл республика чемпионатында йәш саңғысы 5км һәм  7,5 км дистанцияларында ике көмөш миҙал яулай. Ғөмүмән, уның бөтә миҙалдары, почет грамоталары һәм кубоктарының иҫәбе-һаны юҡ.

“Фидель бала саҡтан тик саңғы спортына ғына күңел һалды. Башҡа спорт төрҙәре түңәрәктәренә биреп ҡараныҡ. Әммә ул атаһы баҫтырып шыуҙырып ебәргән ваҡыттан алып үҙен тик саңғыла күрҙе. Баймаҡ, Әбйәлил, Ейәнсура  райондарында һәм Гай ҡалаһында үткән ярыштарҙан тик еңеүҙәр генә яулап ҡайтты.Уға бар сыҡ, шөғөллән тип әйтеү кәрәкмәй. Үҙе теләп саңғы спорты менән шөғөлләнә,”-ти улы тураһында әсәһе Милә Зөфәр ҡыҙы.

3 йәшендә атаһы менән саңғыға бергә баҫҡан тырыш егеттең маҡсаттары ҙур. Әйткәндәй, атаһы Камил Рамаҙан улы  Хәйбулла районында ойошторолған  саңғы ярыштарында йыл һайын ҡатнаша. Үҙе эшләгән Бүребай тау -байыҡтырыу комбинаты уҙғарған  ярыштарҙа йыл да призлы урындар ала. Бер туған ағаһы Эмиль иһә лапта, баскетбол спорт төрҙәре менән шөғөлләнә.

“Тренировкалар, ярыштар уҡыуға ҡамасауламаймы?”-тигән һорауҙы бирҙек йәш саңғысыға.

“Ҡайһы саҡта ауырырыҡ булып китә.  Ундай саҡтарҙа тренерыбыҙҙың  кәңәше буйынса  эш итәм. Үҙемә маҡсат ҡуям һәм шуға өлгәшергә бар тырышлығымды һалам. Сәләмәт тәндә-сәләмәт рух.Иптәштәремә сәләмәт тормош алып барып, үҙҙәренә оҡшаған шөғөл табыуҙарын теләйем”,-тип яуапланы Фидель.Төрлө махсус күнекмәләр башҡарып  ауырлыҡтарға, ҡаршылыҡтарға  сыҙамлы булыу сифаттарын үҫтергән йәш  саңғысылар күптәргә үрнәк. Киләсәктә Фиделгә тик уңыштар ғына теләйбеҙ. Бар күңелен һалып шөғөлләнгән егет һынатмаҫ.

Зимфира Ҡасҡынова.

Фидель яулаған миҙалдарҙың иҫәп-хисабы юҡ
Фидель яулаған миҙалдарҙың иҫәп-хисабы юҡ
Фидель яулаған миҙалдарҙың иҫәп-хисабы юҡ
Фидель яулаған миҙалдарҙың иҫәп-хисабы юҡ
Фидель яулаған миҙалдарҙың иҫәп-хисабы юҡ
Автор: Зимфира Каскинова
Читайте нас