Яңылыҡтар
13 Февраль , 09:37

Ил һаҡсыларының һәр береһе иғтибар үҙәгендә

Был беҙҙең өсөн мәртәбә лә, яуаплылыҡ та.

Ил һаҡсыларының һәр береһе иғтибар үҙәгендәИл һаҡсыларының һәр береһе иғтибар үҙәгендә
Ил һаҡсыларының һәр береһе иғтибар үҙәгендә

Башҡортостанда махсус хәрби операция менән бәйле төрлө саралар даими ойошторола. Уларҙың сираттағыһы – Өфө ҡалаһындағы "Торатау" конгресс-холында Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһының Бөтә Рәсәй йыйыны ике көн дауам итте. Мөһим сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Федерацияһының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Александр Тихонов һәм башҡалар ҡатнашты.

Мәҙәниәт усағының фойеһында бай йөкмәткеле күргәҙмә эшләне. Әйтәйек, "Герой ҡатыны. Геройҙың әсәһе" тигән фотоһүрәттәр янынан тыныс ҡына үтеү мөмкин түгел ине. Әсәйҙәр һәм тол ҡатындар яу яланында батырҙарса һәләк булған яҡындарының фотоһүрәттәрен йөрәктәре тәңгәлендә тотоп фотоға төшкән. Шулай уҡ Ватан яугирҙәренең ғаиләләре комитеты ла тарихты байытыуға үҙ өлөшөн индергән. Бынан тыш, автомат, пистолет, патрон, каска, котелок, көрәк кеүек һуғыш әйберҙәре менән дә таныштылар. Ә Башҡортостан буйынса "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды филиалы, Хәрби-социаль үҙәк, Башҡортостан Хәрби комиссариаты, Рәсәй Юристар ассоциацияһы, Башҡортостан буйынса суд приставтарының Федераль хеҙмәте, республикабыҙҙың Адвокаттар Палатаһы һәм башҡа ойошмалар МХО ветерандарына төплө кәңәштәрен бирҙе, ә табиптар бер кемде лә ярҙамһыҙ ҡалдырманы.

Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһының Бөтә Рәсәй йыйыны Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары менән тантаналы асылды.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров башта тотош Башҡортостан халҡы исеменән МХО ветерандарына хөрмәтен белдерҙе, һәр береһе менән ғорурланыуын әйтте һәм Ватаныбыҙҙы һаҡлауға тос өлөш индергәндәре өсөн барыһына ла оло рәхмәт еткерҙе, ассоциацияның роле һәм әһәмиәте хаҡында һөйләне.

– Тап һеҙ шундай күләмле йыйынды нәҡ Өфөлә уҙғарыу тураһында хәбәр иттегеҙ, был беҙҙең өсөн мәртәбә лә, яуаплылыҡ та, ә инде уны юғары кимәлдә үткәреү өсөн бөтә көстө йүнәлтәсәкбеҙ һәм уңайлы шарттар тыуҙырасаҡбыҙ, – тине Радий Фәрит улы. – 2022 йылдың көҙ миҙгелендә илебеҙҙә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәндә хәлдәр ябай түгел ине. Шулай көтмәгәндә хәрби ойошмаларҙың көсөн һәм энергияһын үҙебеҙҙә тойҙоҡ, ныҡлы көстөң ярҙамына таяндыҡ. Ә ундағы ойошмаларҙағы егеттәр быға тиклемге яуҙарҙы үткән. Афғанстандағы һәм Чечнялағы конфликттар күҙ уңында тотола. Яҡташтарыбыҙҙы махсус хәрби операцияға оҙатҡанда Афғанстанда утты-һыуҙы кискән, хәрби юл үткән ветерандарға улар менән һөйләшеп тороу үтенесен белдерҙек. Ышаныс уятыуға саҡырыу, дөрөҫ йүнәлеш биреү... Шул саҡта мин ошоларҙың мөһимлеген тәрән аңланым. Моғайын да, әлеге йәмәғәт ойошмалары булмаһа, беҙгә ныҡ ауыр булыр ине. Ысынлап та, әле улар махсус хәрби операция биләмәһендәге ил һаҡсыларын ярҙамынан ташламай. Афғанстан һуғышы ветерандарын айырым алып ҡарағанда, улар бөгөн 60 йәштән уҙған, араларында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар күп кенә.

Радий Хәбиров махсус хәрби операция ветерандарын эшкә урынлаштырыуға ҙур иғтибар бүленеүенә, һәр береһенә индивидуаль ҡараш булыуына, ғөмүмән, кадрҙар мәсьәләһенә баҫым яһаны. Радий Фәрит улы был йәһәттән махсус хәрби операция ветераны Башҡортостан Башлығының ярҙамсыһы Оскар Ситдиҡовты ыңғай миҫал итеп килтерҙе.  

Башҡортостан буйынса "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, махсус хәрби операция ветерандарына республика етәкселеге даими ярҙам итә, тине, үҙҙәре тарафынан тормошҡа ашырылған уй-маҡсаттары тураһында һөйләне. Шулай уҡ Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһының башҡарма директоры Дмитрий Афанасьев 2025 йылға йомғаҡ яһаны, киләсәккә маҡсаттар билдәләне. Дмитрий Александрович Башҡортостан ойошмаһының эшенә юғары баһа бирҙе, МХО ветерандары ассоциацияһы Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙан һаналыуын, тотош илебеҙ буйынса эшмәкәрлек йәйелдерелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. МХО ветерандары – Сочи ҡалаһынан килгән Александр Малдзигов Башҡортостан яугирҙәренең ҡаһарманлығына һоҡланыуын белдерҙе, 23 йәшлек Өфө егете Шамил Ғәлимйәнов иһә Ватаныбыҙҙы һаҡлауға өлөш индереүен ғорурлыҡҡа тиңләне.

Ғөмүмән, махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһының Бөтә Рәсәй йыйынының әһәмиәте ифрат ҙур булды.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор: Илдар Акьюлов
Автор:
Читайте нас