

"Аҡъюл ауыл халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүҙә ҙур әүҙемлек күрһәтә. Ауылдың олоһо ла, кесеһе лә ихлас күңелдән был эшкә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Бөгөн ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары һуғыш яланында йөрөгән яугирҙарҙы һәммәбеҙҙең дә яратып ашаған ризығы – майға күпертеп бешкән икмәк әҙерләү менән ҡыуандырырға булдылар.
Майҙа бешкән икмәк юлда боҙолмаясаҡ, ә поход шарттарында, бик туҡлыҡлы ризыҡ буласаҡ, - ти хужабикәләр.
Күптәребеҙҙең яҡындары әле алғы сафта. Аралар алыҫ булыуға ҡарамаҫтан, күңелебеҙ менән беҙ улар янында, ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ.
Донъялар тыныс булыуын, егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләй-теләй бешерҙек ризыҡты. Әҙерләгән ризыҡтарыбыҙ яугирҙарға барып етһен, ауыр минуттарҙа уларға ярҙам итһен, ризыҡтарына яҙһын, тип доғалар ҡылдыҡ.
Майға бешкән имәктән тыш ауылдаштар тәмле- татлы ризыҡтар, консервалар, шулай уҡ ойоҡбаш, эске кейем, гигиена кәрәк-яраҡтары алып килә. Бына шулай бергәләшеп әҙерләгән посылкалар һәм әйберҙәр ауылдан оҙатылды.
Яугирҙарҙы яҡынлашып килгән байрам - Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайбыҙ һәм күптән көткән еңеү менән ҡайтыуҙарын көтөп ҡалабыҙ!
Ауылдаштарыма ошо изге эште еренә еткереп башҡарғандары өсөн ҙур рәхмәт", - тип хәбәр итә аҡъюлдар.