

Һамар ауыл биләмәһе «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһында даими ҡатнаша. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа Юлбарыҫта Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә, ә Һамар ауылында тыл һәм һуғыш осоро балалары хөрмәтенә һәйкәлдәр ҡуйылған. Бер нисә ауылда балалар майҙансыҡтары ҡоролған, Хворостянка клубына – кәрәкле музыкаль ҡорамалдар, ауыл биләмәһенә трактор һатып алынған. Быйыл да уларҙың проекты уңышлы ғәмәлгә ашырылған – МТЗ-82 тракторына прицеп, ҡар таҙартҡыс, һабан һәм ротор сапҡыстары ҡайтарылған. Яңы ҡорамалдар ярҙамында Һамар ауыл биләмәһенең тораҡ пункттары тағы ла төҙөкләндерелеп, күркәмләнеп, яңы һулыш алыр тип ышанабыҙ.
Рафаэль Кәримов, Һамар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы:
–«Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһында туғыҙынсы тапҡыр ҡатнашабыҙ. 2024 йылда уның ярҙамында ауыл биләмәһенә МТЗ-82 тракторын алдыҡ. Быйыл иһә ошо техникаға тағылма, ҡар таҙартҡыс, һабан һәм ротор сапҡыстарын алыу проектын тәҡдим итеп, конкурста еңеү яуланыҡ. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, беҙ бергә булдырабыҙ, тигәнде үҙ миҫалыбыҙҙа иҫбатланыҡ. Ауылдар халҡы аҡса йыйыуҙа әүҙемлек күрһәтеп, һәр бер йорттан 600 һум йыйылды. Былтырғы кеүек «Башҡорт баҡыры» предприятиеһы проекттың төп спонсоры булды һәм 500 мең һум аҡса бүлде. Ҡалған сумма республика һәм район бюджеттарынан ҡапланды. Һөҙөмтәлә ошо арала трактор өсөн кәрәкле ҡорамалдар ҡайтарылды. Тәбиғи янғындарҙан һаҡланыу маҡсатында һатып алынған һабан ярҙамында ауылдар уратып һөрөләсәк. Ҡар таҙартҡыс юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуҙа ҡулланыласаҡ, ротор сапҡыс дөйөм йәмәғәт биләмәләрендә һәм юл ситтәрендәге ҡоро үләндәрҙе сабыуға тәғәйенләнә, ә тағылма башлыса сүп-сар сығарыуҙа файҙаланыла. Урындағы халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүҙә ҙур ярҙам күрһәткән был программала киләсәктә лә ҡатнашырға өмөт итәбеҙ.