Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Февраль , 17:23

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ

Район Мәҙәниәт йортонда «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» исемле батырлыҡ сәғәте үтте.

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ

Сарала Яңы Ергән ауылынан махсус хәрби операция ветераны Илгиз Сәйфуллин, 3-сө полилингваль күп профилле мәктәбенең 8-се һәм 10-сы класс уҡыусылары ҡатнаштылар. Алып барыусы Люциә Фәйзуллина махсус хәрби операцияның барышы менән таныштырҙы, Ватанға һөйөү, тыуған ил алдындағы изге бурыс, батырлыҡ, ҡыйыулыҡ төшөнсәләре тураһында һөйләне. Яугир яҡташыбыҙ, «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булыусы Илгиз Сәйфуллин уҡыусыларға ҡыйыу, физик яҡтан көслө, рухлы булырға өндәне һәм киләсәктә илебеҙҙең лайыҡлы һаҡсылары булыуҙарын теләне. Батырлыҡ сәғәтендә уҡыусылар «Һалдатҡа хат» акцияһына ҡушылып, яугирҙарға сәләм хаттары яҙҙылар.

Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған сара рухлы шиғырҙар, патриотик йырҙар менән үрелеп барҙы.

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Автор: Лира Такалова
Читайте нас