Яңылыҡтар
10 Февраль , 10:19

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ

-

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙҮҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ

"Тиҙҙән Ватанды һаҡлаусылар көнө етә. Ошо байрам уңайынан МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙарға ебәреләсәк гуманитар ярҙам йыйыуҙан Әбүбәкер ауыл халҡы ла ситтә  ҡалмай. Был изге эшкә һәр ғаилә ҙур өлөш индерә. Илдә барған хәл-ваҡиғалар бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Ауыл халҡы МХО-ла йөрөгән яугирҙарға ярҙам итеүен дауам итә. Ошо көндәрҙә бәйләнгән йылы ойоҡбаштар, бирсәткәләр, гигиена кәрәк-яраҡтары, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә, маскировка селтәрҙәренән торған гуманитар ярҙам әҙерләнә. Бындай ярҙам яугирҙарға көс-ҡеүәт өҫтәр, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға булышлыҡ итер. Иҫән генә йөрөп һау ҡайтһындар", - тип хәбәр итә әбүбәкерҙәр.

 

Сығанаҡ:Абубакировский сельский дом культуры

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Автор:
Читайте нас