

Муниципалитет биләмәһендә юл-транспорт ваҡиғалары һаны кәмеүе күҙәтеләме, ниндәй юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙар йышыраҡ теркәлә? Был хаҡта гәзитебеҙгә биргән интервьюһында Хәйбулла районы буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, полиция капитаны Азамат Сынбулатов һөйләне.
–Азамат Марат улы, уҙған йылда һәм бөгөнгә тиклем район буйынса күпме юл-транспорт һәләкәте теркәлде?
–Район территорияһында уҙған йылда һәм бөгөнгә тиклем 92 авария теркәлде. Юл фажиғәләрендә 6 кеше һәләк булды, 23-сө яраланды. Алдағы йыл менән сағыштырғанда юл-транспорт ваҡиғалары 78-гә кәмене. Былтыр балалар ҡатнашлығында 4 авария булған, уларҙа 5 бала йәрәхәт алды. Шулай уҡ ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан балаларҙы автокреслоһыҙ йәки махсус тотоусы ҡулайламаларһыҙ ташыу – 50, хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмау – 159, ҡаршы һыҙатҡа сығыу – 17, быялаларҙы тонировкалау – 265 юл хәүефһеҙлеге хәрәкәтен боҙоу осрағы теркәлде.
Юл-транспорт ваҡиғаһы концентрацияһын анализлау район схемаһында күрһәтелә һәм юл-патруль хеҙмәте нарядына инструктаж үткәргәндә иҫәпкә алына. ЮХХДИ-ның дәүләт инспекторҙары Хәйбулла районы тораҡ пункттары урамдарының торошо буйынса комиссия тикшереүҙәре үткәрә, хеҙмәтләндереүсе ойошмаларға тәҡдимдәр һәм күрһәтмәләр ебәрә. Әйткәндәй, 2025 йылда 9 тәҡдим ебәрелде. Кәрәк булғанда юл хәрәкәте шарттарын яҡшыртыуға, урамдарҙы һәм юлдарҙы киңәйтеүгә, төҙөлөш, төҙөкләндереү һәм ремонтлауға йүнәлтелгән эштәрҙе башҡарыу өсөн кисектергеһеҙ саралар күреү буйынса эш алып барыла.
–Аварияларҙың иң йыш күҙәтелгән сәбәптәрен әйтһәгеҙ ине.
–Юл-транспорт һәләкәттәренең төп сәбәптәре – водителдәрҙең иғтибарһыҙлығы, тиҙлек режимын боҙоу, транспорт саралары араһында хәүефһеҙ дистанцияны үтәмәү, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген күҙәтмәү тора. Шулай уҡ юлдың ҡаршы яҡ һыҙатына сығыу менән бәйле авариялар ҙа күңелһеҙ тамамлана.
–Руль артына ултырған иҫерек водителдәр күпме?
–Юлдағы иң төп проблемаларҙың береһе – иҫерек килеш автомобиль менән идара иткән водителдәр. Алкоголь эсеп, машина йөрөткәндә водитель законды боҙа. Шуға ла бындай осраҡтарҙы иҫкәртеүгә айырыуса ҙур иғтибар бирелә. 2025 йылда ЮХХДИ бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан 2135 материал төҙөлдө, шуларҙың 221 иҫерек килеш транспорт менән идара иткән өсөн. Улар араһында 29 водителдең эскән килеш ҡабат руль артына ултырыуы асыҡланды. Уҙған йылда иҫерек водителдәр ҡатнашлығында 6 авария теркәлде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙа 3 кеше һәләк булды, тағы 4 кеше йәрәхәттәр алды.
–Балаларҙы ташыу ҡағиҙәләрен боҙоу буйынса штраф күпмегә артты? Был юҫыҡта ниндәй саралар күрелә?
–Водителдәрҙең балаларҙы ташыу ҡағиҙәләрен үтәүенә лә ҙур иғтибар бүленә. Ошоға бәйле, 26 ғинуарға тиклем “Иғтибар – балалар!” профилактик сараһын үткәрҙек. Кескәй пассажирҙар ултырған автомобилдәр махсус тотоусы ҡулайламалар менән мотлаҡ йыһазландырылырға тейеш – юл-транспорт фажиғәһе осрағында уларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау өсөн был мөһим талап. Быйылдан балаларҙы махсус тотоусы ҡулайламаларһыҙ ташыған өсөн штрафтар артты. Физик шәхестәргә 5 мең һум, вазифалы кешеләргә 50 мең һум һәм юридик шәхестәргә 200 мең һум штраф ҡаралған. Үткән йылдың 19 декабренән был турала закон үҙ көсөнә инде.
–Ғөмүмән, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы иҫкәртеү буйынса ниндәй эштәр алып барыла?
–Шәхси состав юл-транспорт ваҡиғаларына һәм кешеләрҙең ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф тыуҙырған юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуҙы булдырмауға йүнәлтелгән. Мәҫәлән, транспортты йөрөтөү дисциплинаһы кимәлен күтәреү өсөн даими рәүештә иҫкәртеү операциялары, иҫерек водителдәрҙе асыҡлау буйынса рейдтар үткәрелә. Халыҡтың иғтибарын юл хәрәкәтендәге төп хәүеф факторҙарына йәлеп итеүгә һәм уларҙы иҫкәртеүгә арналған социаль йүнәлештәге саралар үткәрелә. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ойошмаларҙа, белем биреү учреждениеларында аңлатыу-иҫкәртеү әңгәмәләре ойоштора.
–Юлдарға ҡуйылған видеокүҙәтеү камераларынан файҙа бармы?
–Видеокүҙәтеү камераларының водителдәрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуын асыҡлауҙа ярҙамы ҙур. Мәҫәлән, водитель эскән килеш йәки праваһыҙ видеокамераға эләкһә, машинаның дәүләт һандары махсус программаға инә һәм был транспорт сараһы тураһында хәбәр килә. Әле видеокүҙәтеү камералары тиҙлекте арттырыу, хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмау, ҡаршы һыҙатҡа сығыуҙы, светофор ҡуйылған саттарҙа туҡталыш линияһын үтеүҙе, ауыр йөк тейәгән машиналарҙы теркәй һәм һөҙөмтәлә ҡағиҙәләрҙе боҙған водителгә штраф килә.
Мәҡәләне тулыраҡ гәзиттең 5-се һанында уҡығыҙ.