Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы резиденты – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты үҙ базаһында Башҡортостан Республикаһында «Профессионалдар» һөнәри оҫталыҡ буйынса чемпионаттың төбәк этабы ярыштарын үткәрә. Был аҙнала юғары уҡыу йортонда төп йәштәге конкурсанттар өсөн «Мәктәптә музыка уҡытыу» һәм юниорҙар өсөн «Эшҡыуарлыҡ» компетенциялары буйынса майҙансыҡтар эшләй.
- Беҙ Рәсәй Президенты ҡуйған маҡсатҡа – илдең кадрҙар суверенитетын һәм технология лидерлығын тәьмин итеүгә өлгәшеү өсөн көстө берләштерәбеҙ. Бөтә Рәсәй «Профессионалдар» чемпионаты хәрәкәте кеүек проекттар илебеҙҙең кадрҙар потенциалын – иң амбициялы етештереү бурыстарын хәл итергә һәм заман саҡырыуҙарына яуап бирергә әҙер юғары класлы белгестәр быуынын булдырырға ярҙам итә, – тип билдәләне РФ мәғариф министры Сергей Кравцов.
«Мәктәптә музыка уҡытыу» компетенцияһында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты колледжының 2-се һәм 3-сө курстарынан биш студент ҡатнаша.
Денис Макул «Музыкаль белем биреү» белгеслеге буйынса 2-се курста уҡый һәм чемпионатта беренсе тапҡыр ҡатнаша.
– Һайлап алыуҙы үтә алыуыма бик шатмын, чемпионатта ихлас ҡатнашам. Бында мин яңы тәжрибә һәм тәьҫораттар алам, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Денис.
«Профессионалдар» һөнәри оҫталыҡ буйынса чемпионаты Рәсәй Мәғариф министрлығы булышлығында уҙғарыла. Ярыштар «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Профессионалитет» федераль проектына ярашлы уҙғарыла.
Белешмә
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса илдә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 кампус проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етәсәк.
Өфө вуз-ара кампусы – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу фәнни комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, скверҙар һәм башҡа төрлө уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар киңлеге.
Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!