Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Февраль , 15:04

Ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеге өсөн

Бөгөн район үҙәгендә ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы модулле бинаһын асыу тантанаһы үтте.

Ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеге өсөн
Ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеге өсөн

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы янында ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы бинаһы  “Ғаилә” милли проектының “Әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау” төбәк проекты сиктәрендә төҙөлдө. Ул бындай учреждениеларға бөтә кәрәкле талаптар менән матур заманса бина булыуы менән әһәмиәтле.

Модулле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы ҡатын-ҡыҙҙарҙы медицина хеҙмәтләндереүе менән күберәк тәьмин итеү, ике койкалыҡ үҙенең көндөҙгө стационары менән уңайлы шарттарҙа квалификациялы, сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген бирәсәк.

- Яңы заманса ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы бинаһында акушер-гинекологтарҙың ҡабул итеүе өсөн ике кабинет, бер табипҡа тиклем медицина ярҙамы күрһәтеү, процедура  кабинеттары, ике койкаға бер көндөҙгө палата эшләү ҡаралған. Шулай уҡ ультратауыш һәм функциональ диагностика кабинеттары, ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарға психологик һәм медик-социаль ярҙам күрһәткән белгестәрҙең ҡабул итеүе һәм йөклөләрҙе бала табыуға психологик яҡтан әҙерләү кабинеттары, уңайлы көтөү зонаһы, асыҡ регистратура, бала имеҙеү бүлмәләре, балалар өсөн уйын зонаһы ҡаралған, заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Шулай уҡ хәрәкәттәре сикләнгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә шарттар булдырылған. Бер һүҙ менән әйткәндә бында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бөтә уңайлы шарттар ҙа булдырылған. Районда 13 200  ҡатын-ҡыҙ йәшәй, уларҙың 4700 бала табыу йәшендә. Әлеге мәлдә 89 йөклө ҡатын иҫәптә тора. Заманса модулле бина район ҡатын-ҡыҙҙары мәнфәғәтенә эшләйәсәк,  - тине Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рәмилә Шәрипова.

 

 

 

 

Ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеге өсөн
Ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеге өсөн
Автор: Разиля Байгускарова
Читайте нас