Яңылыҡтар
5 Февраль , 10:37

Исемле йылды ҡаршылап

Район мәҙәниәт йортонда  Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге һәм  Ҙур һәм татыу ғаилә йылын асыу тантанаһы үтте.

Исемле йылды ҡаршылапИсемле йылды ҡаршылап
Исемле йылды ҡаршылап

Район мәҙәниәт йортонда Рәсәйҙә Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге һәм Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылын асыу тантанаһы үтте. Сарала уҙған йылға йомғаҡ яһалды. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп:

-Үткән йыл беҙҙең өсөн ваҡиғаларға бай һәм емешле булды. Шул уҡ ваҡытта махсус хәрби операция шарттарында илебеҙ өсөн ҡатмарлы йылды үткәрҙек. Рәсәйҙең барлыҡ яугирҙары менән бер рәттән яҡташтарыбыҙ яу яланында илебеҙ мәнфәғәттәрен һаҡлауҙы дауам итә. Шуның өсөн яугирҙарға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Үткән йылды район ирекмәндәре һәм битараф булмаған кешеләрҙең әүҙемлеге менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға 12 гуманитар ылау оҙатылды. Тыуған илебеҙ өсөн башын һалған яҡташ яугирҙарҙың хәтерен мәңгеләштереү буйынса эш алып барылды. Район үҙәгендә махсус хәрби операция геройҙарына арналған һәйкәл асылды. Ә 13 ауыл биләмәһендә обелисктар ҡуйылды. Геройҙар тураһында хәтерҙе һаҡлау дөйөм бурысыбыҙ. Үткән йылды дөйөм эш менән беҙ район халҡының йәшәйешен яҡшыртыуға йүнәлтелгән бихисап проекттарҙы тормошҡа ашыра, район иҡтисадын нығыта, социаль өлкәне үҫтерә, инфраструктураны яҡшырта алдыҡ, - тине Рөстәм Динислам улы.

БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаты Илнур Сәлихов үҙ сығышында уҙған йылда хәйбуллаларҙың бәләкәй Ватанының патриоттары итеп күрһәтеүҙәрен, ауыл хужалығы, сәнәғәт, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһендә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеүҙәрен билдәләне. “Киләсәктә лә юғары маҡсаттар ҡуйып, уларға бергә ирешергә яҙһын”, - тине Илнур Рифат улы.

 Тантанала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға миҙалдар, Рәхмәт хаттары тапшырылды, “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы-2025” муниципаль конкурсы еңеүселәре бүләкләнде һәм башҡа наградалар тапшырылды.  Сараны райондың һәүәҫкәр артистары һәм уҡыусыларҙың, күп балалы ғаиләләрҙең йыр-бейеүҙәре биҙәне.

 

 

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас