

Бәхетле ғаиләләрҙең барыһы ла бер-береһенә оҡшаған, тигән бер аҡыл эйәһе. Мөхәббәт, ышаныс, тоғролоҡ, үҙҙәренә уңғанлыҡ, бер төптән булып донъя йөгөн тартыу хас. Сиҙәм ауылында йәшәүсе Рәйсә һәм Сәйфетдин Йомағоловтарҙы ауылдаштары ошондай өлгөлө, татыу һәм абруйлы ғаиләләрҙең береһе тип белә. Хужабикә иген складында мөдир булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡһа, йорт хужаһы совхозда тракторсы, һуңынан ҡаҙанлыҡ операторы булып хеҙмәт юлы үткән. Бөгөнгө көндә мал-тыуар аҫрап, ҡош-ҡорт тотоп, ҡунаҡҡа килгән балалары, ейән-ейәнсәрҙәренән ҡыуаныс кисереп, бәрәкәтле донъя көтә улар.
Сәйфетдин Зәйнетдин улы Әбделнасир ауылында Һәҙиә һәм Зәйнетдин Йомағоловтарҙың 8 балалы ишле ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Башланғыс кластарҙы тыуған тауылында уҡый. Артабан Иҫәнгилде мәктәбендә 8-се класты
тамамлағандан һуң, бер йыл Юлдыбайҙа тракторсылар курсын үтеп, «Хәйбулла» совхозына эшкә ҡайта. Бер аҙ эшләгәндән һуң, 18 йәше тулыу менән хәрби хеҙмәткә саҡырылып, ике йыл Әзербайжанда авиация ғәскәрҙәрендә ил алдындағы
бурысын намыҫ менән үтәп ҡайта. Атаһы ауырыу сәбәпле, ситкә эшкә китмәй, ауылында ҡалып совхозда тракторсы булып эшләүен дауам итә. 1979 йылда Сиҙәм ауылына туғандарына барған саҡта ғүмерлек юлдашы Рәйсә Ишкилде ҡыҙын
осратып, 1980 йылда йәштәр ғаилә ҡоралар.
Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 5-се һанында уҡығыҙ