Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Февраль , 16:06

Социаль түләүҙәр артты

Түләүҙәр тәғәйенләү тураһындағы ҡарар 10 эш көнө дауамында ҡабул ителә, аҡса биш эш көнө эсендә күсерелә    

1 февралдән баланы тәрбиәгә алған ғаиләгә бер тапҡыр түләнеүсе пособие күләме артты, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Социаль фонд бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре. Түләүҙәр күләме 5,6 процентҡа индексацияланғандан һуң 32  718, 02 һумға еткән. Әгәр ғаилә тәрбиәгә инвалид баланы, ете йәштән өлкән баланы йәиһә ағалы-һеңлеле ике һәм унан да күберәк баланы алһа, бер тапҡыр түләнеүсе пособие күләме 249 992,3 һум тәшкил итәсәк.

Бындай хоҡуҡтан уллыҡҡа (ҡыҙ итеп) алыусылар, опекундар һәм попечителдәр, тәрбиәгә алыусы ата-әсәләр файҙалана ала. Шулай уҡ Рәсәйҙә даими йәшәүсе сит ил граждандары, гражданлығы булмаған кешеләр ҙә бындай түләүҙәр алыуға хоҡуҡлы.

Пособие ғаиләгә ҡабул ителгән һәр балаға түләнә. Былтыр уны 1 202 ғаилә алған. Баланы уллыҡҡа алыу тураһында суд ҡарары көсөнә ингәндән һуң, опека һәм попечителлек органы ҡарары сыҡҡандан  һәм баланы ғаиләгә ҡабул итеү тураһында килешеү төҙөлгәндән һуң алты ай дауамында пособие юллай алаһығыҙ. Ғаризаны Социаль фонд бүлексәһенә, Күп функциялы үҙәккә йәки “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша бирергә була.Түләүҙәр тәғәйенләү тураһында ҡарар 10 эш көнө дауамында ҡабул ителә, аҡса биш эш көнө эсендә күсерелә.

Автор:
Читайте нас