

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 2 февралдән 9 февралгә тиклем Онкология сирҙәрен иҫкәртеү аҙнаһын үткәреүҙе иғлан итте.
Ул Бөтә донъя яман шеш сирҙәренә ҡаршы көрәш көнөнә арналған. Яман шеш – ул йөҙҙән ашыу ауырыуҙың дөйөм атамаһы, һәр береһе организмдың теләгән бер ағзаһын зарарлай ала. Төп билдәләрҙең береһе – күҙәнәктәрҙең аномаль үҫеше, ғәҙәттәге сиктәрҙе уҙып, бик тиҙ үрсеүе. Был процесс метастаз тип атала. Метастазалар яман шештән үлем осраҡтарының төп сәбәбе булып тора.
Яман шеш – ул һәр саҡ кеше өсөн фажиғә, әммә бөгөн уның барлыҡҡа килеү сәбәптәре билдәле һәм өстән бер өлөшөн булдырмаҫҡа мөмкин. Шештәрҙе иртә асыҡлағанда 99 процентын уңышлы дауалап була, тип иҫәпләй белгестәр. Яман шеш – Ер шарындағы үлемгә килтергән төп сәбәптәрҙең береһе һәм артабан үлем осраҡтарының артыуы күҙаллана. Иң киң таралғаны – һөт биҙе, үпкә, йыуан эсәк, простата биҙе, тире һәм ашҡаҙан шештәре
Әлеге ваҡытта донъяла 44 миллион кеше онкология диагнозынан һуң тотороҡло ремиссияла йәшәй. Нур терапияһы сирлеләрҙең 70 процентына тәғәйенләнә. Йыл һайын был сирҙән донъяла ун миллионға яҡын кеше вафат була.
Даими рәүештә диспансерлаштырыу һәм медицина тикшеренеүҙәре үтеү онкология сирҙәрен ваҡытында иҫкәртергә ярҙам итә. Иң яҡшы иҫкәртеү сараһы, һис һүҙһеҙ, сәләмәт тормош менән йәшәү. Тәмәке тартмау, дөрөҫ туҡланыу, тән ауырлығын күҙәтеү, һимереү менән көрәш, даими физик көсөргәнеш, хәрәкәтләнеү бик мөһим, ти табиптар. Онкология сирҙәрен иртә асыҡлау яҡшы дауалау һөҙөмтәһенә, һауығыуға өмөттө арттыра.
Сиргә килтереүсе хәүефтәрҙең күбеһен үҙебеҙ ҙә иҫкәртә алабыҙ. Тәмәке тартыу – онкология сирҙәренә юлыҡтырыусы төп сәбәп, тип иҫәпләй белгестәр. Илле йәштән һуң һәр кем даими рәүештә колоноскопия процедураһын үтергә тейеш. Утыҙ йәште уҙған ҡатын-ҡыҙҙың йыл һайын яман шешкә скрининг үтеүе һәм гинекологҡа күренеүе мөһим.
Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көрәш көнөн иғлан итеүҙең төп маҡсаты – йәмәғәтселектең иғтибарын ошо оло проблемаға йәлеп итеү, онкология сирҙәренең ни тиклем киң таралған һәм мәкерле, ауыр сир булыуын иҫкә төшөрөү һәм сирҙән үлем осраҡтарын һиҙелерлек кәметеү.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте