Осрашыу иркен шарттарҙа, йәнле һәм ихлас үтте. Йәштәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алдылар. Районда вакансиялар һәм эш хаҡтары, практика үтеү мөмкинлеге, маҡсатлы йүнәлеш буйынса уҡыу кеүек һорауҙар тураһында аралаштылар. Уларҙы шулай уҡ әхләҡи тәрбиә, райондың үҫеше кеүек мәсьәләләр ҙә борсой. Район хакимиәте башлығы терроризм һәм экстремизмды иҫкәртеү буйынса профилактика темаһына ла туҡталып үтте. Бөгөнгө осрашыу барыһына ла оҡшаны. Яҡындан танышып, райондаштар киләсәктә лә аралашып, бер-береһенә ярҙам итеп, берҙәм булһындар. Йәштәр уҡыуҙарын уңышлы тамамлап, тыуған ергә эшкә ҡайтырҙар, райондың үҫешенә булышлыҡ итерҙәр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.