Былтыр 53 меңдән ашыу кеше Башҡортостандың фәнни-популяр турҙарында ҡатнашты. Был проект Рәсәй Федерацияһының Фән һәм технологиялар ун йыллығы башланғыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы алып барыла. Барлыҡ маршруттар Евразия фәнни-берем биреү үҙәге вуз-ара студенттар кампусы майҙансығынан башлана. Унан ҡатнашыусылар әйҙәүсе лабораторияларға, юғары технологиялы предприятиеларға һәм үҙенсәлекле тәбиғәт объекттарына йүнәлә.
- Беҙҙең фәнни-популяр турҙар – фундаменталь белем һәм тирә-яҡ мөхит араһындағы күпер. Беҙ фәнде күрһәтеп кенә ҡалмайбыҙ, һәр ҡатнашыусыға тикшереүсе булып ҡарау мөмкинлеген бирәбеҙ, - тип белдерҙе “Башҡортостан Республикаһының фән-белем биреү үҙәге" идара итеү компанияһы директоры Наталия Латипова.
Башҡортостанда фән-популяр туризмының туғыҙ уникаль маршруты уңышлы тормошҡа ашырыла.
- Башҡортостандың фән-популяр турҙарына юғары федераль баһалама – төбәктең Рәсәйҙәге фәнни мәғариф өсөн тартыу үҙәктәренең береһе икәнлеген таныу ул, - тине республиканың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.
Сығанаҡ, фото: https://pravitelstvorb.ru/news/28313/