

ДОСААФ-тың урындағы бүлексәһендә «Беҙ бергә-көс» хәйриә фонды ирекмәндәрен бүләкләү сараһы үтте. Хәрби частың Почет грамоталарын һәм Рәхмәт хаттарын махсус хәрби операция яугирҙары үҙҙәре тапшырҙы. Фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн ирекмәндәргә һәм райондың әүҙем халҡына гуманитар ярҙам күрһәткәндәре, әүҙем гражданлыҡ позицияһы, яугирҙарға кәрәк-яраҡ йыйыуҙы ойоштороуға тос өлөш индергәндәре, ярҙам итергә әҙер булғандары өсөн Рәхмәт хаттары һәм миҙалдар тапшырылды.