Яңылыҡтар
29 Ғинуар , 04:32

Яҡташыбыҙҙы лайыҡлы награда алыуы менән ҡотлайбыҙ!

Әбүбәкер ауылынан яугир ут аҫтынан яралыларҙы ҡотҡарғаны өсөн миҙал менән бүләкләнә

Яҡташыбыҙҙы лайыҡлы награда алыуы менән ҡотлайбыҙ!Яҡташыбыҙҙы лайыҡлы награда алыуы менән ҡотлайбыҙ!
Яҡташыбыҙҙы лайыҡлы награда алыуы менән ҡотлайбыҙ!

Йылайыр районы Яңы Яҡупта тыуып, Әбүбәкер ауылында үҫкән яҡташыбыҙ күп кенә иптәштәренең фронтҡа китеүҙәрен күҙәтеп, ул да Ватанға ярҙам итергә кәрәклеген аңлай һәм 2023 йылдың авгусында РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә ҡарар итә.

«Ханты-Манси автономиялы округы Сорғот ҡалаһының 1-се ГРЭС-ында газ турбиналары ҡорамалдары слесары булып эшләгәнгә күрә миңә мобилизациянан бронь бирҙеләр. Әммә ир-егеттәр, дуҫтарым һуғышта йөрөгәндә ситтә ҡала алманым һәм брондән баш тартып, контракт төҙөнөм. Артабан Алтай крайы Алейск ҡалаһындағы частә хәрби әҙерлек үттек», – ти яҡташыбыҙ.

Әрме бурысын 1999–2001 йылдарҙа Хабаровск крайында Радиацион, химик һәм биологик һаҡ ғәскәрҙәре сафында ике йыл дауамында лайыҡлы үтәй һәм тап шунда ул һынауҙарға әҙер ысын ир-егет булараҡ сыныға. Отделение командиры, сержант званиеһына тиклем үрләп, тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Әбүбәкер ауылы ҡыҙы Диләфрүз Фәтих ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, баһадирҙай өс ул – Сынтимер, Сыңғыҙ һәм Рахманды тәрбиәләйҙәр. Ҡатыны  балалар баҡсаһында логопед булып эшләй. Госпиталдә дауаланғандан һуң, сержант йәнә алғы һыҙыҡта батальондың медицина взводында эвакуация төркөмө отделениеһы командиры булып хеҙмәт итә башлай.

«Беҙҙең төп бурысыбыҙ – яралыларҙы яу ҡырынан алып сығыу. «УАЗ-СГР» машинаһын (халыҡ телендә «Буханка»ны) йөрөтәм. Октябрь аҙағында ике пилотһыҙ осоу аппараты һөжүм итеп, береһе эргәбеҙгә генә снаряд ташлап, мин һәм тағы бер егет контузия алдыҡ. Ҡабат һөжүменән һаҡланыу өсөн «200»-леләр янына барып яттыҡ, әммә дрон йәнә снаряд ырғытты һәм һикереп торғас, беҙҙе эҙәрлекләй башланы. Беҙ урман һыҙатына ҡарай 200 метр самаһы йүгереп, шулай хәрби заданиенан иҫән-аман сыҡтыҡ», – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты «Бөркөт».

Яугир әйтеүенсә, ул хеҙмәт иткән батальонда ҡорал, кейем, аҙыҡ-түлек менән проблемалар юҡ. «Батальонда Баймаҡ һәм Әбйәлил райондары, Өфө яғынан егеттәр хеҙмәт итә. Хәрби иптәштәр менән бер-беребеҙгә терәк-таянысбыҙ, берҙәмбеҙ. Беҙгә башлыса ХМАО-нан гуманитар ярҙам килә, райондан шәхсән ике тапҡыр ебәргәндәр ине, әммә мин хәрби заданиела булып, әлегә посылкаларҙы ала алманым. Тылдағыларға ярҙамдары өсөн барлыҡ яуҙаштарым исеменән рәхмәт белдерәм», – тине әңгәмәсем.

Тыуған иленең һағына баҫырға теләп, контракт төҙөргә ниәтләүселәргә лә үҙ кәңәштәрен еткерҙе ул. «Хәрби булырға теләүселәр һәр яҡтан һау-сәләмәт булырға тейеш. Сөнки бында физик көсөргәнеш күп төшә һәм һәр бер кеше уны кисерә алмай. Хатта үҙе менән автомат тотоп, бронжилет, каска кейеп  йөрөү генә лә күптәргә еңел бирелмәй. Шуға бер нисә ай физик күнекмәләр яһап, үҙаллы әҙерлек үтеү ҙә ҡамасауламай. Үҙеңде рухи яҡтан әҙерләү ҙә бик мөһим», – тигән фекерҙә яугир.

Ҡыйыу уҙаман махсус хәрби операцияла һынатмаған. Яҡташыбыҙҙың күкрәген «Батырлыҡ өсөн», менән «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы»  миҙалдары биҙәй. Ә ошо арала яугир ут аҫтынан яралыларҙы ҡотҡарғаны өсөн  «Һәләк булып барыусыларҙы ҡотҡарғаны өсөн» миҙалына лайыҡ була.

 Илебеҙ тыныслығы өсөн көрәшкән яугирҙарға еңеү менән ҡайтырға, шул иҫәптә батыр йөрәкле, патриотик рухлы «Бөркөт»кә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Хәрби хеҙмәт үтеүгә контракт төҙөү өсөн Хәйбулла районы һәм Сибай ҡалаһы хәрби комиссариатына (Аҡъяр ауылы, Муса Гәрәев урамы, 40) йәки контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына (Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156 , тел.: 8 (347) 248-29-31, 248-18-63) мөрәжәғәт итергә була.
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас