Бер үҫмер бала миңә : “ Китап уҡырға бар уңайлыҡтарҙы ла әҙерләнем -яй ғына музыка ҡуйҙым, яйлы ғына креслом да бар, кәштәнән сағыу кәрәкле китапты алдым. Тик бына уҡыйым,уҡыйым, ә башта бер нимә ҡалмай...”-тиеп үҙ хәлен һөйләй. Бында баланың уҡыуға, китап эстәлеге донъяһына ҡыҙыҡһынып инеп китә алмауы, үҙенә маҡсат ҡуймауы күренә. Был осраҡта ябай ғына өгөт уҡыу һөҙөмтәһен бирмәйәсәк тиеп уйлап: “ Ә һин ошо китапты уҡыныңмы? Бына был әҫәр һинең характерыңа тап килә. Ул тап һин. Геройҙар араһында һин үҙеңде табасаҡһың!-тип бик шәп авторҙың китабын тәҡдим иттем. Бала үҫешендә китап уҡыу, уны бигерәк тә үҙе теләп уҡыуы мөһим урынды биләй. Китапҡа ҡыҙыҡһыныуҙы нисек тәрбиәләргә? –тигән һорау тыуа күптәрҙә. Ғаиләләге бәләкәс балаларға бала саҡтан йорт эсендә уҡыу мөйөшө ойоштор. Китаптар үҙе үрелеп алырлыҡ урында булыуы отошло. Берәй шәп дизайнлы китап уҡыу мөйөшөн эшләү идеяһын тәҡдим ит.Эш барышында уларға ниндәй төҫтәр оҡшауын яҡынса белеп, бергәләп эшләп ҡуйырға мөмкин. Аҙаҡ китаптарҙы тема , йәки хәрефтәр тәртибе буйынса теҙеп ҡуйырға өйрәтер кәрәк. Китап мөйөшөнә артыҡ - иғтибарҙы ситкә тартырлыҡ әйберҙәр ҡуймаҫҡа. Кәштәләге китаптар баланың йәшенә, ҡыҙыҡһыныуына тап килһен. Энциклопедия, халыҡ ижады өлгөлөре һәр саҡ булһын. Баланың йәше бәләкәй булһа-китаптарҙы ҙур шрифт менән һайлағыҙ. Китаптарҙың эстәлеге мауыҡтырғыс булып,мәҙәниәтте, донъяны танып белергә ярҙам итһен. “Бына шундағы герой бына былай тип әйткән!”- тиеп миҫал килтереп, әйтергә мөмкинлек табып, шул темаға һөйләшеп алырға, баланы ҡыҙыҡһындырырға була.Әлбиттә, баланы үҙ ризалығынан тыш, янап ултыртып булмай. Һөҙөмтәһе булмаясаҡ. Балаға уҡыу режимын бала саҡтан өйрәтеп үҫтерһәң- икенсе күренеш буласаҡ. Бала саҡ донъяһының матур хыялдарын китаптар тулыландырырға, үҫмер балаларға дөрөҫ юл күрһәтергә ярҙам итәйек. Китап уҡып үҫкән баланың уй-фекере башҡа тиҫтерҙәренән айырылып тора.
Зимфира Ҡасҡынова