Санкт-Петербургта (элек – Ленинград) сержант мәктәбендә уҡығанда Ленин бүлмәһендә, офицерҙарҙың илебеҙҙе дошмандан һаҡларға һәр саҡ әҙер булыуға йүнәлтелгән лекцияһын тыңлауҙан тыш, һалдаттың бөтә экипировкаһы менән, ҡаланан ситкә лә алып сыҡтылар. Ленинград өлкәһенең Всеволожск районында урынлашҡан күнекмәләр полигонында көндөҙ ҙә, төндә лә автоматтан атырға өйрәнеү, противогаз һәм ОЗК-ны билдәләнгән ваҡытта кейеү, шулай уҡ йүгереү, һикереү, шыуышыу, турникта күтәрелеү кеүек хәрби күнекмәләр шуға асыҡ миҫал. Ҡыҫҡаһы, тактика бында ла бик әүҙем дауам итте. Рация менән эш итеү – айырым һөйләүҙе талап итә. Әйтәйек, яурынға аҫып йөрөтмәле ошо ауыр ҙа, ҙур ҙа әйбер ярҙамында дошман нығытмаһының ҡайҙа урынлашыуын дөрөҫ итеп асыҡларға тейешһең. Был яҡ өлгөрмәһә, шартлы рәүештә билдәләнгән "дошман"дан ҡыйратылыуыңды көт...
Махсус хәрби операция ваҡытында дошманға ҡаршы һөҙөмтәле көрәш алып барыу өсөн төрлө ысулдар ҡулланыуҙы ишетеп-күреп белгәс, ирекһеҙҙән, һалдат осоро иҫкә төштө. Әйткәндәй, әле мобилизацияланған кешеләр резервы барлыҡҡа килде, ул бигерәк тә уңышлы тормошҡа ашырыла. Шулай уҡ пилотһыҙ осоу аппаратына төркөм туплана башланы, был эш әлегәсә өҙлөкһөҙ дауам итә.
Рәсәй Ҡораллы Көстәренең пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре менән тулыланыуын граждандар шатланып та, ғорурланып та ҡабул итте. Был илебеҙҙең оборона һәләтлелеге хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләй. Айырым ғәскәр төрө һанала. Ул һауала, һыуҙа һәм ерҙә пилотһыҙ осҡан системаларҙы файҙаланып, хәрби хәрәкәттәрҙе киң йәйелдереүҙе күҙ уңында тота. Ысынлап та, бөгөн һуғышты пилотһыҙ осоу аппаратынан тыш күҙ алдына бер нисек тә килтереп булмай. Дрондар һуғышы ваҡытында ул алмаштырғыһыҙ хәрби ҡоролмалар исемлегендә.
Ысынлап та, махсус хәрби операция башланыуға күп ваҡыт үтмәне, пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре барлыҡҡа килде, хәйер, уны заман үҙе талап итте. Рәсәй Президентының бойороғо нигеҙендә, ул айырым төр ғәскәрҙәр һанала, элиталылар исемлегендә булыуын телгә алыу ҙа етә. Етди хәрби структураның штабы булдырылды, хатта ғилми-тикшеренеү үҙәге эшләй.
Бөгөн Рәсәй Оборона министрлығы менән күңелендә илһөйәрлек тойғолары йөрөткән һәр кем контракт төҙөй. Ә был осраҡта хәл-торош нисек? Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә лә теләгән һәр кем хеҙмәт итә ала. Шулай ҙа бында нисек эләгергә? Беренсенән, ул кешенең һаулығы шаҡтай яҡшы булырға тейеш, әлбиттә, һуңғы һүҙҙе табиптар әйтә. Медицина ҡағыҙында "сәләмәт" тигән яҙыу булһа, тейешле урынға барып, белгес менән һөйләшеү үтергә кәрәк. Унан ғына Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә мөмкин. Артабан ошо ғәскәрҙәргә алынғандар махсуслаштырылған уҡытыу үҙәгендә белем эстәй һәм аҙаҡтан инде бөтә имтихандарҙы ла уңышлы тапшырғас, уларға хәрби-иҫәп специальносы буйынса танытма тапшырыла.
Һүҙ ҙә юҡ, пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә оператор булырға теләүселәр бихисап. Был осраҡта иһә дрон, робот техникаһы йәки радиоэлектроника менән идара итеү өлкәһендә тәжрибәләре булғандарҙы унда ҡушҡуллап алалар. Геймерҙар, программалаусылар һәм IT-белгестәргә лә ихтыяж ҙур. Шуныһы, ауыр һәм үтә ауыр енәйәт ҡылып, үҙ сиратында "улар" һаман да ғәмәлдә булғандарҙы хеҙмәткә алмайҙар. Бүтән осраҡта иһә һәр кешегә айырым ҡараш булдырылған.
Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәтен үтәгән ил һаҡсыһына түбәндәге өҫтәмә түләүҙәр бар: пилотһыҙ осоу аппаратын һөҙөмтәле ҡулланғаны өсөн уға 50 меңдән алып 500 мең һум аҡса ҡаралған. Шул да иғтибарҙы йәлеп итә – ҡануниәт тарафынан ниндәй түләүҙәр, ташламалар һәм социаль гарантиялар индерелгән, шуларҙың бөтәһенә лә улар тулыһынса дәғүә итә ала.
Студенттар хаҡында айырым һүҙ. Юғары уҡыу йорттарының студенттары академик отпуск алып, контракт төҙөй ала. Хеҙмәт ваҡыты бөтһә, ул ҡайтанан белем усағында уҡыуын дауам итә. Әлбиттә, йәш кешенең бюджет урыны һаҡланасаҡ.
Ватан һаҡсыһын аҙаҡтан бүтән төр ғәскәрҙәргә күсереү-күсермәү тураһында ла имеш-мимештәр йыш ишетелә. Хәрби хеҙмәткәрҙе, уның үҙенең теләгенән тыш, пилотһыҙ осоу аппаратына бәйле булмаған бүтән белгес итеп күсереп булмай. Шулай уҡ бүтән төр ғәскәрҙәренә лә ил һаҡсыһын ебәрә алмайҙар. Был шарт контракт документында нығытылған.
"Контракт нисә йылға төҙөлә?" тигән һорауҙы йыш бирәләр. Тәүге тапҡыр контракт бер йылға төҙөлә. 12 айҙан һуң хәрби хеҙмәттән китергә мөмкин йәки, киреһенсә, контрактты оҙайтырға була.
Хәүефһеҙлек кимәле лә юғары. Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендәге белгестәрҙең хеҙмәте дистанцион рәүештә бара, тиеү дөрөҫлөккә тап килә, улар алғы һыҙыҡтан бик йыраҡ ерҙә урынлашҡан.
Белгес нисә йәштә булырға тейеш? Кандидаттарҙың йәше 45 йәштән өлкән булмаҫҡа тейеш, ә инде дрондар менән эш итеүсе операторҙарҙыҡы – 35 йәшкә хәтлем.
Рәсәй оборона министры Андрей Белоусов билдәләүенсә, төрлө йүнәлештәге пилотһыҙ осоу аппараттарын күпләп ҡулланыу – подразделениеларҙың тактик хәрәкәте өсөн иң һөҙөмтәле һөжүм һәм дошман биләмәһенә үтеп инеүгә ҙур бер аҙым. Уны етештереү артҡандан-арта. Пилотһыҙ осоусы аппараттарҙың тактик-техник характеристикаһын яҡшыртыу тәңгәлендә уй-ниәттәр эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла. Алыҫҡа осоу һәләте, автономлы эшләү һәм төрлө ҡаршылыҡтарҙан һаҡлау һәм башҡа хәүефһеҙлек саралары - шуға асыҡ миҫал.
Фото: dspu.ru