

«Үҙем ғаиләлә яңғыҙ үҫРайоныбыҙҙың һәр ауылында егәрле, уңған һәм татыу ғаиләләр бар. Улар ҡасандыр ҙур ҡалаларға мул аҡса артынан сығып китмәгән, ә тыуған ерендә төпләнеп, матур донъя көтәләр. Ә бына биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр беҙҙең заманда бик һирәк. Элегерәк ул ғәҙәти күренеш булған. Беҙҙең өләсәй һәм ҡарт өләсәйҙәребеҙ, ҡағиҙә булараҡ, кәмендә бишәр бала тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге йәштәр ғаилә ҡороп, атай-әсәй булырға ашыҡмай. Улар ауырлыҡтарҙан, йүргәк йыуыуҙан һәм йоҡоһоҙ төндәрҙән ҡурҡа. Ә бына Рима һәм Илнур Тропҡоловтар бер ҙә ауырлыҡтарҙан ҡурҡып тормай, көн һайын әсәлек һәм аталыҡ бурыстарын башҡара һәм балаларына яҡшы тәрбиә бирергә тырыша. Бүребай ауылында йәш ғаиләнең ҙур, матур, күркәм йорто әллә ҡайҙан күренеп тора. Трупҡоловтар 13 йыл элек ғаилә ҡороп, тыуған районында төпләнә. Рима Сәлихйән ҡыҙы Аҡъяр ауылында донъяға килә. Ата-әсәһенең никахы тарҡалыу сәбәпле, сабый сағында әсәһе менән өләсәһе янына, Сәғит ауылына күсәләр. Бала сағы, мәктәп йылдары ошо ауылда үтә уның. 2005 йылда мәктәпте тик «бишле» билдәләренә генә тамамлаған ҡыҙ Аҡъяр тау колледжының «Файҙалы
ҡаҙылмаларҙы байыҡтырыу» бүлегенә уҡырға инә. Ҡулына диплом алған йәш белгес 2009 йылда Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында хеҙмәт юлын башлай, бер йылдан һуң «Башҡорт баҡыры» предприятиеһына эшкә урынлаша. Бер аҙ эшләгәндән һуң, ғүмерлек юлдашын, тормош иптәше Илнур Ислам улы менән береһе ағаһының, икенсеһе апаһыныңкәс, киләсәктә ғаилә ҡороп, күп итеп балалар үҫтереү тураһында хыяллана инем. Аллаға шөкөр, теләгем тормошҡа ашты», – тип әңгәмәне башланы Бүребай ауылынан биш бала әсәһе Рима Сәлихйән ҡыҙы. туйына барғанда осрашып, танышып, ҡоҙа менән ҡоҙасаның дуҫлығы артабан мөхәббәткә үрелеп, 2012 йылда йәштәр ғаилә ҡоралар.
Тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең 3-сө һанында уҡығыҙ