Йыр кешене йәшәтә, йәшәртә, йәшәүгә өндәй. Йәнтеш ауылы мәҙәниәте йортонда йыл да үткәрелеп килгән “һаҡмар моңдары” район-ара йыр конкурсы йөрәк түренән сыҡҡан моңдары, йырҙары менән һинең күңеленде арбаған йырсыларҙы йыйҙы. Зал тулы тамашасының ҡул сабыуы, жюриның ныҡлы баһалары менән бик матур конкурс-концерт үтте. 28 талантлы ҡатнашыусы үҙешмәкәр ,һәүәҫкәр йырсылар араһынан еңеүселәрҙе һайлап алыуы еңелдән булмағандыр. Жюри ағзалары- район мәҙәниәте йорто методисы, “Ҡош юлы” халыҡ фольклоры коллективы етәксеһе Миңзифа Ишемғолова, йырсы, композитор Рәсимә Динисламова, вокаль белгесе Айгизә Насырова тарафынан еңеүселәр билдәләнде. Быйылғы “Һаҡмар моңдары” конкурсының төп еңеүсеһе- Насырйән Ниязов (Юлбарыҫ ауылы)лайыҡ булды. Беренсе урынды Йәмил Хәсәнов(Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылы), Вәғиҙә Әхтәмова(Яңы Зиргән ауылы) алды. Икенсе урынды-Айгөл Нурғәлина(Вәлит ауылы), Наиль Ҡарабаев(Мәмбәт ауылы), Ғәдим Ҡәйепов(Аҡъяр), Ғәлимйән Ултраҡов(Әбүбәкер)яуланы. Өсөнсө урынды- Килдейәр Ураҡов(Аҡъяр), Зөфәр Нарбутин(Татыр-Үҙәк), Руслан Иҫәнбаев(Әбүбәкер ауылы), Гөлниса Бикбова(Ғәлиәхмәт ауылы) алды. Иң сағыу номинациялар алыусы : “ Иң оригиналь башҡарыусы” -Әлфиә Шайлина(Үрнәк ауылы), Юлиә Бағышаева (Федоровка), Зөлфиә Байғужина (Юлбарыҫ ауылы), “Иң шәп дебют”- Фаил Бикбов(Аҡъяр ауылы), Ислам Шәрипов(Иләс ауылы), “Тыуған яҡҡа һөйөү” –Римма Исламғолова(Быҙаулыҡ), Хәйҙәр Ильясов (Аҡъяр ауылы), Гөлсирә Карсанова (Ивановка ауылы), “Ретро йырҙарға тоғролоҡ”- Шаһиғәле Шәрипов(Атинган ауылы),Клара Урызбаева (Мәмбәт ауылы), Гөлсинә Вәхитова (Федоровка ауылы), Зөлфирә Сәлимова (Быҙаулыҡ ауылы), “Серле моң” - Фәтих Ҡашҡаров (Өфө ауылы) ,Рузәлиә Рахманғолова (Таштуғай ауылы)., “Тамашасы һөйөүе” - Камила Хәйризаманова(Баймаҡ районы). “Асыш”-Зәйтүнә Зәйнуллина (Өфө ауылы), “Моңло тауыш”-Тәнзилә Буранбаева(Таштуғай ауылы) билдәләнде. Алһыу Ишемғолова, Ишһылыу Савотина, Зөлфиә Байғужинаның йырҙары сағыу булды. Йыр-моң бәйгеһе концертын Рәмзиә Дәүләтҡолованың ихлас алып барыуы һәм баянист Ғәлимйән Ултраҡовтың һәр йырҙы ла оҫта башҡарыуы тамашаға айырыуса йәм өҫтәне. “Йылдан-йыл ҡатнашыусыларыбыҙҙың тап ошо район-ара йыр-моң бәйгеһенә тип алдан әҙерләнеп килеүҙәре, теләп ҡатнашыуҙары һөйөндөрә. Конкурсанттарҙы бүләкләү өсөн ярҙам итеүселәребеҙ- Атинган ауылы хакимиәте етәксеһе Айнур Юнысовҡа, Федоровка ауылынан фермер Иван Анталға, Йәнтеш ауылынан Илдар Исҡужинға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Бындай сараларҙы ойоштороу барыһын берләштерә, дуҫлаштыра. Барыһын да алдан әҙерләнгән тәмле ашҡа, ҡайнар сәйгә саҡырабыҙ.Ҡыштың һыуыҡ көндәренә ҡарамай йыр-моң һөйөүселәр конкурсына килеүселәрҙең барыһына ла тик бәхеттәр генә теләйем.Тормош алға бара, ауырлыҡтарға бирешмәйек!”-тип белдерә “Һаҡмар моңдары” район-ара үҙешмәкәр йыр конкурсын шаулатып ойоштороп йәмле ял бүләк итеүсе, Йәнтеш ауылы мәҙәниәте йорто етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Лена Ултраҡова. Артабан да уларҙың үткәрәсәк сараларына тик уңыштар ғына теләйбеҙ!
Зимфира Ҡасҡынова