

Ауылдың йәмен арттырып, йәштәргә өлгө күрһәтеп йәшәгән был ғаилә пары татыулыҡ, тырышлыҡ өлгөһө булып ғүмер йомғағын һүтә. Улар бер ауылда тыуып үҫкән ауылдаштар ғына түгел, ә бер-береһен мәктәп йылдарында уҡ белеп-күреп
йөрөгән ике йәш йөрәктең яҙмыштарын бер бөтөн итеп йәшәүҙәренә лә 45 йыл ваҡыт үткән. Имаметдин Фәйзулла улы Вәлит ауылында 8-се класты тамамлағас, артабан Сиҙәм мәктәбендә белем алыуын дауам итә, шунда уҡ тракторсылар
курсын тамамлай. Мәктәпте бөткәс, әрме хеҙмәтенә саҡырылғанға тиклем, ике йыл «Хәйбулла» совхозында тракторсы булып эшләй. Хәрби бурысын Алыҫ Көнсығышта мотоуҡсылар полкында механик-водитель булып намыҫлы үтәй. Ҡайтҡас совхозда эшләүен дауам итә, ситтән тороп Йылайыр совхоз-техникумын тамамлай. Ауылдашы Әлфиә Рифғәт ҡыҙына өйләнеп гөрләтеп донъя ҡоралар. Совхоз тарҡалғас, ғаилә башлығы «Газсервис» ойошмаһына эшкә урынлаша һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй, "Хеҙмәт ветераны" исеменә лайыҡ була.
Әлфиә Рифғәт ҡыҙы ауылда 8-се класты тамамлағандан һуң, Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә. 1977 йылда ҡулына диплом алғас та йүнәлтмә буйынса 2-се Аҡъяр мәктәбенә хеҙмәт дәресен уҡытырға ебәрәләр. Өс йыл эшләгәндән һуң кейәүгә сығып, Кәримовтар тыуған ауылында йәшәй башлайҙар. Оҙаҡламай бәхеттәрен тулыландырып, мөхәббәт емештәре булып тәүге балалары – улдары Шәһит тыуа, һуңынан ике ҡыҙ – Гөлфиә һәм Лираға атай-әсәй булалар. Ҡулға-ҡул тотоноп, татыу ғүмер итеүҙәре менән генә түгел, ә тәрбиәле, эшһөйәр балалар үҫтереүҙәре менән дә Кәримовтар ауылдаштарына үрнәк. Балаларына ла күркәм тормош һабағы биргән Кәримовтар. Барыһын да башлы-күҙле итеп, үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫтырғандар. Үҙ көстәре менән йорт һалалар. Әлфиә Рифғәт ҡыҙы ла хеҙмәт ветераны, 36 йыл мәктәптә балаларға белем биреп хаҡлы ялға сыҡҡан.