Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ғинуар , 18:35

ӨДНТУ студенттары республика данын яҡлай

Вуз-ара кампус резиденты – Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары Башҡортостан исеменән «Системалы ҡарар» федераль проектында ҡатнаша

ӨДНТУ студенттары республика данын яҡлай
ӨДНТУ студенттары республика данын яҡлай

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары-ара студенттар кампусы резиденты студенттары «Системалы ҡарар» техник әҙерлек йүнәлештәрен тамамлаусыларға булышлыҡ итеү буйынса федераль проектҡа инде. Илдең 15 төбәгенән 59 студент һайлап алыу турын үткән. Башҡортостандан Өфө дәүләт нефть техник университетының «Электр энергетикаһы һәм электр техникаһы» әҙерлек йүнәлештәре студенттары сығыш яһай. Улар - бакалавриаттың дүртенсе курс студенттары Радмир Исламғәлиев, Рауил Саримов һәм Артем Тимофеев, шулай уҡ магистрант Алина Күлһарина.

- Бөтә илдән һайлап алынған студенттарҙың дүртәүһе - Өфөнөң вуз-ара кампусы резиденты вәкилдәре һәм улар республиканың юғары уҡыу йорттарынан берҙән-бер ҡатнашыусылар, беҙҙең студенттарҙың юғары әҙерлек кимәле һәм төбәктә булдырылған фәнни-мәғариф экосистемаһының һөҙөмтәлелеге хаҡында һөйләй, - тине Башҡортостандың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.

2026 йылдың йәйендә проектҡа йомғаҡ яһала. Проекттың партнер компанияларында карьера башлап ебәреү өсөн мөмкинлектәр еңеүселәр өсөн награда буласаҡ. Бынан тыш, иң яҡшы ҡатнашыусыларҙы, ғилми етәкселәрҙе һәм проектта әүҙем ҡатнашҡан мәғариф ойошмаларын финанс ярҙамы көтә.

Белешмә өсөн:

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса илдә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 кампус проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етәсәк.

Өфө вуз-ара кампусы – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу фәнни комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, скверҙар һәм башҡа төрлө уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар киңлеге.

Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

       Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
 
Автор:
Читайте нас