Хәтерләһәгеҙ, күптән түгел һыйыр һуйғанда хужалар уның ашҡаҙанынан аҡсалы көшөлөк табып алған ине. Был юлы Салауат районы Малаяҙ ауылында йәшәгән Зөлфирә Харрасова ҡаҙҙарын таҙалағанда, береһенең бөрҙәтәүенән көмөш һәм алтын биҙәүестәрҙең ярсыҡтарына юлыҡҡан. Кемдер был хәлгә ышанмаҫ, икенселәре ҡул һелтәп кенә ҡуйыр.
Әйткәндәй, бынан бер нисә йыл элек туғандарымдың береһе ысынлап та ҡаҙҙарын таҙалағанда, уның эсенән алтын балдаҡҡа юлыҡҡан ине. Ул ваҡытта интернет юҡ, артабан уны ни эшләткәндер, бер ҙә һорағаным булманы. Шуға күрә был хәлдең булыуы һис кенә лә ғәжәп түгел.
Ә һеҙҙең менән ошондай ҡыҙыҡлы хәлдәр осрағаны булманымы? Комментарийҙарға яҙығыҙ әле.