Яңылыҡтар
23 Ғинуар , 04:27

Аят уҡытҡанда ризыҡты алдан ҡуйырға яраймы?

Ҡайһы яҡта борондан ниндәй ғәҙәт бар, шулай эшләргә кәрәктер ҡайсаҡ. Ә бына беҙҙең яҡтарҙа алдан өҫтәлгә ризыҡ ҡуйылмай.

Беҙҙең яҡта аят уҡығанда өҫтәлгә ашамлыҡ ултыртмайҙар, ә икенсе яҡтарҙа булғанда өҫтәл тулы. Ошо турала ни әйтерһегеҙ?

Бына шундай һорау биргән төркөмдәштәребеҙҙең береһе.

Ҡайһы бер яҡтарҙа, ысынлап та, Ҡөрьән ашына йыйылғанда аят уҡылып бөтмәйсә өҫтәлгә тоҙҙан башҡа бер нимә лә ҡуймайҙар. Өҫтәлгә клеенка өҫтөнән ашъяулыҡ (сепрәк ашъяулыҡ, махсус шуның өсөн генә тотона хужабикә) йәйеп, бәләкәй бер нисә һауытҡа тоҙ һалып, өҫтәлгә ҡуялар.
Аят уҡып бөткәс, табынға йыйылғандар өс бармаҡлап семтеп ошо тоҙҙан ауыҙ итә тәүҙә. Ә хужабикәнең ашы был ваҡытта әҙер тора - тиҙ генә башта икмәк алып килеп ҡуйып, шунан бишбармаҡ һәм башҡа ризыҡтарҙы индереп теҙеп сығалар. Артыҡ күп ризыҡ әҙерләп, исраф итергә ярамай, сама белергә кәрәк.

Алдан өҫтәлгә тоҙ ҡуйыу - Мөхәммәт пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм тоҙ ҡабырға кәрәклекте әйтеп ҡалдырған тиелә. Ә унан тыш, донъя ғалимдары ла бит тоҙ һәм һыу "хәтере" тураһында әйтәләр, "аят тыңлаған" тоҙҙо ашау яҡшы.

Ә бына башҡа ризыҡты ҡуймай тороуҙы - Ҡөрьән ашына йыйылғандар араһында бик асығып килеүсе кеше булһа, алдында ултырған ризыҡҡа ымһынып, аят тыңлау ҡайғыһы китә, тигән аңлатма бирә торғайны өлкәндәр.
Хәҙер аслыҡ заманы түгел, шулай ҙа алдан ҡуйһағыҙ, өҫтөн бисмилла әйтеп, ябып торорға мөмкиндер.

Ҡайһы яҡта борондан ниндәй ғәҙәт бар, шулай эшләргә кәрәктер ҡайсаҡ. Ә бына беҙҙең яҡтарҙа алдан ризыҡ ҡуйылмай. Аят уҡығанда өҫтәлгә таҙа япма түшәлә һәм тоҙ ултыртыла. Ризыҡты өҫтәлгә ултыртыр алдынан таҙа сепрәк менән өҫтәл өҫтө һөртөлә һәм шунан ғына ризыҡ ултыртыла. Ә һеҙҙең яҡтарҙа нисек? Комментарийҙарға яҙығыҙ әле.

Автор:
Читайте нас