Яңылыҡтар
19 Ғинуар , 07:18

Республикала «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсына ғаризалар ҡабул ителә. Конкурстың маҡсаты – башҡорт халҡының бай мәҙәниәтен, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын һаҡлаған һәм үҫтергән ғаиләләрҙе асыҡлау һәм дәртләндереү.

Конкурста республикала һәм Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән, башҡорт телендә һөйләшкән ғаиләләр ҡатнаша ала. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ҡатнашыусыларға өс номинация тәҡдим ителә:

  • «Ғаилә ижады»;
  • «Ғаилә кәсебе»;
  • «Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре».

Шулай уҡ «МХО геройы ғаиләһе», «Күп балалы башҡорт ғаиләһе» тигән махсус номинациялар бар.

Ғаризаларҙы «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2026» билдәһе менән 23 ғинуарға тиклем ебәрергә мөмкин.

Конкурс өс этапта үткәрелә. Беренсе муниципаль этап – 23 ғинуарға, икенсе зона этабы – 23 ғинуарҙан 10 февралгә, өсөнсө республика этабы 11 февралдән 20 февралгә тиклем ойошторола. Еңеүселәрҙең исемдәре 1 мартта Стәрлетамаҡта Башҡорт ғаиләһе көнөндә финал барышында иғлан ителә.

Конкурсты ойоштороусылар: Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡ бүлексәһе, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Стәрлетамаҡ хакимиәте, Стәрлетамаҡтың дәүләт концерт-театр берекмәһе.

Автор:
Читайте нас