Ярты быуат бергә ғүмер кисергән Байғусҡаровтарҙы бөтөнләй икенсе төрлө итеп күҙ алдына килтерһәк, беҙҙе иһә егеттәрсә йүгереп йөрөгән Ишмырҙа Баймырҙа улы һәм түрбашта аш-һыу менән булышҡан Тәнзилә Зәкәриә ҡыҙы ҡаршы алды. Алсаҡ, ихлас аралашҡан был парға һоҡланмау мөмкин түгел ине! Уңған хужабикәгә 71 йәш булһа, йорт хужаһы 72 йәштә. Тәнзилә Зәкәриә ҡыҙы Ишмөхәмәт (бөткән ауыл) ауылында Зәлифә һәм Зәкәриә Аҡсуриндарҙың туғыҙ балалы
ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Бер аҙҙан ғаиләләре менән Быҙаулыҡ ауылына күсеп төпләнәләр. Күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән ҡыҙ, бала саҡтан эшһөйәр булып үҫә, үҙенән бәләкәй һеңле-ҡустыларын да ҡараша. 8-се класты тамамлағандан һуң, 1969-1971 йылдарҙа Йылайыр һөнәрселек училищеһында тегенсегә уҡый. Ҡулына диплом алғас та Аҡъяр ауылындағы көнкүреш хеҙмәтләндереү комбинатына тегенсе булып эшкә урынлаша. Бер аҙ эшләгәндән һуң, тормош иптәше Ишмырҙа Баймырҙа улы менән танышалар һәм 1975 йылдың октябрь айында ғаилә ҡоралар.
Тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең 2025 йылдың 51-се һанында уҡығыҙ