Яңылыҡтар
16 Ғинуар , 05:04

Тыуған ергә бағышланған ғүмер

Ғәлиәхмәт ауылынан Хисам Усман улы Абдуллин тыуған еренең үҫешенә ҙур өлөш индергән күренекле шәхес, тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре, оҙаҡ йылдар етәксе вазифаһында фиҙаҡәр хеҙмәт иткән. Ғүмер юлын лайыҡлы үткән, тыуған төйәгенең тоғро улы булған хеҙмәт ветераны ғинуар айында бер быуатҡа тиң 90 йәшлек оло юбилейын билдәләй.

Тыуған ергә бағышланған ғүмерТыуған ергә бағышланған ғүмер
Тыуған ергә бағышланған ғүмер

Хисам Абдуллин 1936 йылда Аҡйегет ауылында тыуған. Бала сағы аяуһыҙ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә.

- Хеҙмәт юлым беренсе класты бөткәс тә башланды тип әйтһәм яҙыҡ булмаҫ, 1943 йылдың 1 майында уҡыу йылы тамамланғас беҙ бәләкәстәргә ҡулыбыҙға көрөшкә тоттороп, бөртөкләп, көнбағыш сәсергә ҡуштылар. Ул ваҡытта бабайҙар муйынына тоҡ йәки ағас күнәк аҫып ҡулдары менән орлоҡто һибеп сәсерҙәр ине. Әсәйҙәр улар артынан һыйыр, үгеҙ егеп, етәкләп ағас тырма менән үтә, сәсеү бөткәнсе һыйыр ҡыуалап йөрөнөк. Артынса үҫеп килгән ҡый үләндәрен йолҡабыҙ, бесән ваҡыты етһә, унда ярҙам иттек, унан инде ашлыҡ йыйыу башланды. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем эшләй торғайныҡ, уҡыуҙар 1 октябрҙа башлана ине, - тип хәтерләй бала һәм үҫмер саҡ йылдарын әңгәмәсем.

         Хисам Усман улы Урыҫбай, Аҡйегет, Ғәлиәхмәт мәктәптәрендә башланғыс кластарҙа уҡый, Аҡъюлда етенсене, Аҡъяр ауылында урта мәктәпте тамамлай. Ябай ауыл малайы белемгә ынтылып, ныҡышмал һәм тырыш булып буй еткерә. Өс йыл ярым Германияла әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, 1958 йылда Рәшиҙә Исхаҡ ҡыҙына өйләнеп, ғаилә ҡороп ебәрә. Юғары белем алыу теләге менән Өфөләге Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетының көндөҙгө бүлегенә уҡырға керә. «Уҡыған ваҡытта 19 һум стипендия ала торғайным, 10 һумын фатирға түләһәм, йәшәү өсөн 9 һум ҡала торғайны. Ауылда ике улым менән тороп ҡалған  ҡатыным бер зарланманы, егәрле, сос булды, шәл бәйләп һатты. Ғүмер юлымда ниндәйҙер уңыштарға өлгәшкәнмен икән терәк-таянысым булған хәләл ефетемдең дә өлөшө баһалап бөткөһөҙ, уға сикһеҙ рәхмәтлемен», - тип һөйләй оло быуын вәкиле.

Мәҡәләне тулыһынса "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 2-се һанында уҡығыҙ.

Тыуған ергә бағышланған ғүмер
Тыуған ергә бағышланған ғүмер
Тыуған ергә бағышланған ғүмер
Тыуған ергә бағышланған ғүмер
Тыуған ергә бағышланған ғүмер
Автор:Лира Такалова
Читайте нас