

Фестивалдең төп маҡсаты - берҙән балаларҙы башҡорт халҡының милли аш-һыуы менән таныштырыу булһа, икенсенән әсәйҙәр һәм балалар, тәрбиәселәр араһында йылы осрашыу, милли ризыҡтарыбыҙҙы әҙерләү алымдары тураһында тәжрибә уртаҡлашыу, өйрәнеү, һаҡлау, үҫтереү ине.
Милли аш-һыу фестивале көнө баҡсабыҙ байрам төҫөн алды, төрлө ризыҡтарҙан һығылып торған бай күргәҙмә ойошторолдо. Сара балаларҙың һәм әсәйҙәрҙең аш-һыуға бәйле йомаҡтар сисеүе менән башланып китте һәм һәр ғаиләнең үҙҙәре яратып әҙерләгән милли ризыҡтары менән таныштырыуы, йыр, бейеүҙәре менән үрелеп барҙы. “Ҡыңғырау” кескәйҙәр төркөмөнән Нурғалиндар ғаиләһе бауырһаҡ, “Умырзая” төркөмөнән Йәнбирҙиндар ғаиләһе өсбосмаҡ, “Томбойоҡ” төркөмөнән Ултраҡовтар ғаиләһе ҡоймаҡ ҡойоу серҙәре менән таныштырҙы. “Бәпембә” уртансылар төркөмөнән Итбаевтар ғаиләһе милли ризығыбыҙ бишбармаҡты халыҡ бейеүе аша еткерҙе, “Ромашка” төркөмөнән Мораҙымовтар ғаиләһе үҙҙәре әҙерләгән ҡош теленең һәр байрам табынын биҙәүен, "Шайморатовсы"лар төркөмөнән Илйәсовтарҙың ҙур һәм татыу ғаиләһе башҡорт халыҡ аш-һыуҙарына һәр саҡ өҫтөнлөк биреүҙәре - ҡаҙы, тултырма әҙерләү алымдары һәм үҙҙәренең умарталығының балы менән таныштырҙы. “Нәркәс” мәктәпкә әҙерлек төркөмөнән Рыҫҡоловтар ғаиләһе тәмле-татлы сәк-сәк бешереү серен шиғыр һәм бейеү аша үҙенсәлекле итеп таныштырҙы. Байрамға ҡунаҡҡа килгән өләсәй Әлфидә апай Ултраҡова онотолоп барған башҡорт халҡының “Наза” уйынын ойоштороп сараны йәмләне. Милли-аш-һыуға арналған фестивалебеҙ әсәйҙәрҙең һәм тәрбиәселәрҙең бергәләп “Бишбармаҡ” бейеүен бейеү флешмобы менән тамамланды.
Аш-һыу әҙерләү оҫталығы халҡыбыҙҙа бик борондан килә. Тарихи үткәнебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы, ғөрө-ғәҙәттәребеҙҙе үҙ эсенә алған милли ризыҡтарыбыҙ быуын-быуындан тапшырыла килеп әлегә тиклем һаҡланған. Ә беҙ, педагогтар ошондай саралар аша милли асылыбыҙҙы, хазиналарыбыҙҙы, ҡомартҡыларыбыҙҙы тәрбиәләнеүселәребеҙ күңеленә һалырға бурыслыбыҙ.
Й.Ф.Хәйбуллина, өҫтәмә белем биреү педагогы.
Сығанаҡ: район мәғариф идаралығы