

Батырхан Әбүбәкер ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Бәләкәй һеңлеһе тыуғанға тиклем бар иғтибар, иркәләү уға ғына була. Үҫә төшкәс, бәләкәй туғаны донъяға килгәс, йорт тирәһендәге эштәр, ҡошҡорт ҡарау уның иңенә ята. Бар эшкә лә өлгөрә ул: мәктәптә уҡыған осорҙа төрлө сараларҙа, район, республика кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Сибай ҡалаһында үткән «Урал балалары тауышы» II республика йәш сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашып, «Аҡһаҡ ҡола» эпосын яттан һөйләп, I дәрәжә дипломына һәм лауреат исеменә лайыҡ була. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыу хөрмәтенә Хәйбулла районының үҙәкләштерелгән китапхана системаһы ойошторған «Рух яҙыуы» асыҡ телевизион конкурсында беренсе урын яулай. Батырхан тыуған ауылы мәктәбенең 9-сы класын уңышлы тамамлап, имтихандарҙы тапшырғандан һуң, Нурбулат ағаһы кәңәше буйынса Аҡъяр тау колледжы студенты булып китә. «Тау колледжында уҡыуы бик оҡшай, мауыҡтырғыс. Маркшейдер һөнәрен һайлап яңылышмағанмын, тип уйлайым», – ти ул.
Бөгөнгө көндә ул 2-се курста уңышлы белем ала. Уҡыуында тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Тырыш, уңған егет яҡты хыялдар, өмөттәр менән генә йәшәй. Үҙен камиллаштырыу өҫтөндә бик күп эшләй. Киләсәктә уҡыуын дауам итергә ниәтләй.
Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре"нең 3-сө һанында уҡығыҙ