

Юлбарыҫ ауылында йәшәүсе Исламғолова Фәриҙә Исмәғил ҡыҙы 90 йәшен билдәләй.
Хеҙмәт ветераны булған Фәриҙә Исмәғил ҡыҙы бар ғүмерен фиҙаҡар хеҙмәткә бағышлап, оҙаҡ йылдар дауамында бәрәс ҡарай, һауынсы булып эшләй. Биш балаға ғүмер бүләк итеп, бөгөн 11 ейән-ейәнсәренең һәм 17 бүлә-бүләсәләренең иғтибарына төрөнөп йәшәй. Тормоштоң барлыҡ рәхәттәре менән бер рәттән күп ауырлыҡтарын күргән, һуғыш осоро балаһы ул. Аслыҡ-яланғаслыҡ, бөтөн ауырлыҡтарҙы ла күргәнгә, "Хәҙер тормош шул тиклем матур, ҡәҙерен белеп, матур ғүмер юлы үтегеҙ, тик донъялар ғына тынысланһын", - тип теләктәрен теләй.
Ошо ғүмер байрамы менән инәйҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, артабан да һаулыҡта, балалар ҡыуанысында, тыныслыҡта йәшәргә яҙһын!
Сығанаҡ: район хакимиәте